Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
22 Мая 2022, 10:40

Рух һаҡсыһы

Балала рух тәрбиәләү тураһында һүҙ барғанда, уҡытыусының ниндәй предметтан уҡытыуы мөһимме икән? 

Рух һаҡсыһы
Рух һаҡсыһы

Рухты, мәҫәлән, башҡорт телен уҡытҡан йәки мәҙәниәтте өйрәткән мөғәллим генә бирә аламы? Юҡ, барыһы ла шәхестән тора. Физкультура уҡытҡан уҡытыусыны кемдер һайт два тип кенә йөрөй тип уйлауы ихтимал, тел, рух уға нимәгә, балалар сирле булмаһа, һығылмалы, физик яҡтан үҫешкән булһа - булды.

М. Исҡужин прогимназияһы уҡытыусыһы Азамат Хаматов ундайҙарҙан түгел. Физик үҫеш менән бер рәттән, рухи үҫеш тураһында ла ныҡ ҡайғырта. Уның шундай педагог икәнен белеп тә Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы Азамат Уралбик улына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Лайыҡлы баһа. Беҙ ҙә, үҙ исемебеҙҙән, ҡотлайбыҙ. Балаларыбыҙҙың киләсәгенә ҙур өлөш кереткәнегеҙ, милли рух һағында торғанығыҙ өсөн рәхмәт. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: