Яҡшыһын да күрҙе, яманын да. Яманына уның хәле бик насар булыуын керетергә була. Әллә нисә йыл элек үк был урамға ҡырсын түшәйбеҙ тип вәғәҙә бирелгәйне, әммә шунда уҡ урамды рәтләп булманы, сәбәбе - карьер юҡлығы ине. Түҙгәнгә - түш ите, бына хәҙер урам тип-тигеҙ булып ҡалды (рәхәт). Юҡһа, был урамда иномаркаларҙа йөрөгән халыҡ күп, хатта хакимиәттә эшләгәндәр ҙә йәшәй, соҡорҙар аша һикереп йөрөп, машиналары ватыла тигәйнеләр.
Таймаҫта бер урамға ғына түшәлмәгән ҡырсын, Ялсыҡай ҙа ситтә ҡалмаған, тулыраҡ- киләһе һанда.