

- Был беҙҙең өсөн ҙур еңеү. Ҙур тырышлыҡтар менән, ауыл халҡы берҙәм булып ошо еңеүҙе яуланыҡ. Еңеү өсөн көс һалған һәр береһенә ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Бүләккә бирелгән аҡсаға урын күптән әҙер. Ауыл ерҙәрен үҙегеҙ беләһегеҙ, бик күп ергә аҡса кәрәк. Иң мөһиме, ауыл биләмәһенең балансында торған буш бинаға ремонт яһап, шунда балалар ижады үҙәге асырға план тотабыҙ. Ҡалған аҡсаға ла урын табылыр, күмәкләп яулаған еңеүҙең файҙаһын да күмәкләп күрергә булһын, Алла бирһә.
Был еңеү тураһында материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.