Ҡансыраға ла һалдат ҡайтҡан. Ауылдаштары ҡапыл ғына таный алмай торған һалдатты: тамам буй етеп, аҫыл ир булған да Ғәзиз.
Ғәзиз Вәлиев мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт иткән. Һәм бына, ғәзиз ере Ғәзизде ҡаршы алған - ҡайттыңмы, афарин, мин һине һағынып көттөм.