Ҡыуаныслы ваҡиға
4 Июль 2022, 04:38

Аштар һыуынмаҫ

Барыһы ла һин теләгәнсе генә бармай шул. 

Аштар һыуынмаҫАштар һыуынмаҫ
Аштар һыуынмаҫ
Таймаҫҡа ингәндәге йылға аша сыға торған күпер эшлектән сыҡҡайны. https://youshatir.ru/articles/t-l-sh/2022-06-27/b-g-nd-n-eshkin-s-k-2854668
27 июндә уны төҙәтеп ҡуйырға тейештәр ине, ауыл хакимиәте әҙер плиталар бар, райондан төҙөүселәр килһә, һалабыҙ ҙа ҡуябыҙ тигәйне. Плиталар күпергә ярамаған, тап килмәгән. Өс көнгә һуңлатып, 30 июндә күпер кире сафҡа инде. Таймаҫҡа ҡайтҡан-киткәндәр хәҙер урап йөрөмәй, тураға һуҡтырыр. 
Теге саҡ Күмертауға ҡунаҡҡа ашыҡҡан Яңы Таймаҫ кешеһе табынға ваҡытында өлгөрмәгән - күперҙе уның алдынан ғына япҡан да ҡуйғандар, Свобода аша киткән был, һөҙөмтәлә ашы һыуынып өлгөргән. Хәҙер бындай хәл булмаҫ, аштарҙы ҡайнар килеш ашарбыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас