Ҡыуаныслы ваҡиға
5 Июля 2022, 03:38

Тәгәрләп бара

Күмертауҙың Урау юлы урамындағы ихаталар Башҡорт ихатаһына оҡшай башланы.  

Тәгәрләп бараТәгәрләп бара
Тәгәрләп бара
«РефСтройПроект» ойошмаһы - генераль подрядсы, ә эштәрҙе «ПетролГаз»  ойошмаһы башҡара. Ихаталарға (бөтәһе улар 8!) республика бюджетынан 47,8 млн. һум аҡса бүленгән. Был суммаға 2,4 млн. һум урындағы бюджеттан һәм был ихаталарҙа йәшәгән кешеләрҙән йыйылған аҡсалар ҙа өҫтәләсәк (481 мең һум).
Подрядсылар ситтән. Көндө-төнгә ялғап эшләйҙәр. Октябрь айына тиклем тип ҡуйылған сроктары, әммә, былай барһа, ҡара көҙгә тиклем һуҙмаҫтар ул, эштәре тәгәрләп бара. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас