

Нурия Шәрипова, Бахмут ауыл биләмәһе башлығы:
-Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса янғын һүндереү машинаһын алырға планлаштырғайныҡ. Ғинуар айында уның хаҡы 1 млн. 800 мең һум ине, хәҙер иң арзаны сауҙа тәҡдиме буйынса 2 млн.300 меңгә баҫа, ярты миллионға хаҡы артҡан. Хәҙер рәсми ҡарар сыҡҡанын көтәбеҙ, унда аукцион аша ҡәтғи хаҡ килеп сығасаҡ. Аукцион үткәрмәйенсә аныҡ ҡына хаҡын белмәйбеҙ. Уны көтөргә тура киләсәк, сөнки рәсми ҡарар сыҡҡандан һуң ғына лимит билдәле буласаҡ. Һуңынан активты йыйып артабан был эште нисек йырып сығырға икәнен уйлаясаҡбыҙ, сөнки сумма бик ҙур, алдан халыҡтан 1- әр мең һум йыясаҡбыҙ тип ҡарар ҡабул иткәйнек, ә хәҙер был сумма етмәҫ тип тә уйланабыҙ.