Шул өйләнешкән биш бәхетле пар араһында Ҡарай ауылы егете Юсопов Алмир менән Ишембай районы Әрмет ауылы сибәре Гүзәлиә лә бар.
Йәштәргә мөхәббәтле тормош теләйбеҙ. Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөндә тыуған ғаиләгеҙҙә мәңгелек мөхәббәт һәм тоғролоҡ хөкөм һөрһөн.
Шулай итеп, Ҡарай ауылына, Юсоповтар йортона, бөгөн килен төшә. Ауылыбыҙға, ҡайның менән ҡәйнәңә игелекле килен бул, Гүзәлиә, төклө аяғың менән!
Лилиә Усманова, Ҡарай ауылы.