

Тап шулай булды ла. Араптановтар (Зөлфиә, Раян) менән күрешкәндә, улдары тураһында күп һоралманы, бер-ике тапҡыр, унда ла... Кәрәкмәгәндә тел тәтелдәп тора, был осраҡта әйтер һүҙҙе табып булмай аптыралды. Хәйер, нимә тип әйтәһең? Эстән генә доғалар уҡылды: иҫән генә ҡайт, егет: атай-әсәйең, туғандарың, бөтөн Илкәнәй генә түгел, беҙ барыбыҙ ҙа һине тилмереп көтәбеҙ.
Хәрби-сәйәси эштәр буйынса рота командиры урынбаҫары, лейтенант Радмир Араптанов. Исемеңде аҡланың, Радмир, бөтөн донъяны ҡыуандырҙың. Артабан да ошо исемгә тап төшөрмәй йәшәргә яҙһын.