Түбәнге Баба халҡының шатлыҡтарын район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов, район советы рәйесе Фәнит Насип улы Моратбаҡыев, район советы секретары Әхәт Әхтәм улы Исламғолов уртаҡлашты. Клубты мәктәптең буш торған ике бүлмәһен берләштереп яһаныҡ. Майҙаны буйынса Яҡуптыҡынан да ҙурыраҡ булған, киң, матур клуб килеп сыҡты. Бындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға Берҙәм Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙам итте, уның сиктәрендә 50 мең һум аҡса бүленде. Иҙән, тәҙрә яңыртыуҙы Фәнит Насип улы үҙ өҫтөнә алды. Яҡшымбәт ауыл хакимиәте сәхнә эшләтеүҙә, эске биҙәлешен яңыртыуҙа, эске яҡтыртыу эштәре менән ярҙам итте. Шулай уҡ клуб эсен йәмләндереп өр-яңы ҡормалар элде. Был минең эшләү осоромда асҡан 4-се клуб. Яҡуп, Көйөргәҙе, Абдулда клубтар асылды, бына хәҙер Түбәнге Бабалар ҙа ошо бәхеткә иреште.
Был хаҡта тулыраҡ итеп гәзиттең үткән һанында баҫылды.