

Юшатыр был турала яҙа килде- монумент өсөн урынды юллау, аҙаҡ аҡса йыйыу, һәйкәлде төҙөү, барыһы ла үҙ көстәре менән башҡарылды. Диңгеҙ, океанды был тиклем дә яратмаҫ та кеше! Күптәре морфлотҡа өс йыл ғүмерен биргән кешеләр ҙә улар.
Ҡала башлығы урынбаҫары Татьяна Лихачева:
- Барыһын да үҙегеҙ эшләнегеҙ, хәҙер паркты йәнә бер һәйкәл биҙәп тора, - тине, ҡыуанып.
Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән, элек 4 йыл буйы ҡала, район хәрби комиссары ла булып эшләп киткән Рәмил Биктимеров та бында, тулҡынлана үҙе:
- Ғорурланам һеҙҙең менән, Күмертау, Көйөргәҙе районы халҡы!
Был турала тулыраҡ - киләһе һанда.