Ҡыуаныслы ваҡиға
16 Июля 2022, 08:06

Улар ҡартая белмәй

Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәр, беҙгә генә шулай тойолмайҙыр, башҡаларҙан айырылып тора, һәр саҡ дәртле, йәштәр.  

Улар ҡартая белмәйУлар ҡартая белмәй
Улар ҡартая белмәй
Әлеге монументты үҙ көстәре менән ултыртып ҡуйыуы ғына ла (әйтеүе генә анһат) быға асыҡ миҫал, берҙәмдәр, уларҙың барыһын диңгеҙгә булған һөйөү берләштерә. 
Таныш йөҙҙәр күп осраны. Бына Альберт, бына Рәүеф, бына Надир... 
Рәүеф Абдуллин фырт ҡына кәстүмдә бөгөн. Ниңә моряк формаһын кеймәнең? Ҡартайҙым, килешмәй, тисе. Алдай. Формаһы, бәлки, ҙурайған ғыналыр. Моряктар ҡартая беләме ни? 
- Өс йыл хеҙмәт иттем флотта, - Р. Абдуллиндың ғорурланыуы йөҙөнә сыҡты хатта, - тәүҙә Тымыҡ океан флотында булдым, аҙаҡ - Балтикала. Советтар Союзына рәхмәт, донъяны күрһәтте. Шул ил арҡаһында төрлө ер-һыуҙарҙы гиҙҙем, башҡа рәхәтлектәре лә күп булды- Рәүеф Тимерхан улы бына-бына "Йәшәһен СССР" тип ҡысҡырып ебәрер кеүек тойолдо. 
Надир Хәйбуллин футболкала. Ҡайҙа служить иттең тип һорауы артыҡ, футболкаһында эре итеп "Камчатка" тип яҙылған.
Материалды тулы килеш гәзиттә уҡырһығыҙ, 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас