Ҡыуаныслы ваҡиға
19 Июль 2022, 09:23

Алыштырғыһыҙ

Уны яңы ғына шылтыратып ҡотлағайныҡ, тыуған көнө булды. 

АлыштырғыһыҙАлыштырғыһыҙ
Алыштырғыһыҙ

Ҡотламаһаҡ, гонаһ булыр, тинек, Әнүәр Шәһит улы был һүҙҙәр менән ризалашты, күңеле булды ахры - онотмаған былар тинеме икән.
Әнүәр Уразаев - оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәтендә эштәр идарасыһы йөгөн тарта, әллә нисә башлыҡ алмашынды, ә Ә. Уразаев үҙ эшен белеп, яҙмышына төшкәнде, зарланмай ғына, күтәреп, бара бирә. Ысынында, бындай белгестәр ерҙә аунап ятмай ҙа, белемле, өҫтәүенә, итәғәтле. Шул уҡ ваҡытта талапсан да.
Уның шундай икәнен, хәйер, күптәр белә, баһалай. Үрҙә ултырғандар ҙа был турала хәбәрҙар икән - Әнүәр Шәһит улына Грамота биргәндәр. Башҡортостан Хөкүмәте үҙе биргән. Афарин, ҡотлайбыҙ! Теләк шул: һәр ерҙә лә (эштә, ғаиләлә, йәмғиәттә, дуҫтар араһында) гел алыштырғыһыҙ булып ҡалығыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас