Ҡыуаныслы ваҡиға
23 Июля 2022, 04:31

"Беҙҙең бурыс"

Ғинуар айында яҡташыбыҙ Рәсәй - Украина сигенә ебәрелә. Февралдең 23-өнә ҡарай төндә Радмир ата-әсәһенә шылтыратып, хәлен белдерә һәм үҙен юғалтмауҙарын үтенә.  

"Беҙҙең бурыс""Беҙҙең бурыс"
"Беҙҙең бурыс"

Лейтенант Араптановтың махсус операциялағы юлы шулай башлана. 2 июндә ул ауыр яралана: минаға эләккән офицерҙың аяғы өс ерҙән йәрәхәтләнә.
Әсәйемдең доғалары һаҡлап ҡалғандыр, моғайын, ти ул. Радмир башта Санкт-Петербургта, аҙаҡ Новосибирскийҙа госпиталдә дауалана. Аяҡҡа баҫҡан яҡташыбыҙ үткән аҙнала тыуған яғына, ата-әсәһе янына ҡайтты (уны ауылда нисек ҡаршы алғандарын Юшатыр видеояҙмала күрһәтте - илереп ҡыуанышҡайныҡ).
Лейтенант Радмир Араптанов әлегә больничныйҙа, аҙаҡ медицина комиссияһы уның һаулығын тикшереп, артабанғы яҙмышын хәл итәсәк.

Материал тулы килеш үткән аҙна һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас