Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
2 Сентября 2022, 09:17

Ҡәҙерҙәрен белерҙәр

1980 йылда төҙөлгән бинаға, өр-яңы ремонт яһалғандан һуң ауыл халҡы уны танымай ҙа торған.

Ҡәҙерҙәрен белерҙәр
Ҡәҙерҙәрен белерҙәр

Керәүле ауылының үткән быуатта һалынған мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһалды. Уҡытыусылар һәм педагогтар яңы уҡыу йылын, өр-яңы, яҡты бүлмәләрҙә ҡаршылай.
Кисә 1 сентябрь көнө ошо урта дөйөм белем биреү усағын асыу тантанаһы уҙҙы. Был байрам сараһында Баҫма агенствоһы етәксеһе Максим Улычев, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, уның урынбаҫарҙары Урал Ибраһимов, Данил Акилов, мәғәриф бүлеге етәксеһе Евгения Бочарниковалар булдылар.

мәктәптең ҡыйығы, ишектәре, тәҙрәләре яңыға алмаштырылған, стена, түбәләренә косметик ремонт яһалған, барлыҡ коммуникация системаһы яңартылған. Уҡыу мебеле, ашхана, спортзал һәм ошо уҡ бинала урынлашҡан балалар баҡсаһы өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар алынған. Шулай уҡ, мәктәптең ишек алдында уйын майҙансығы ла урынлаштырылған.
Был ремонт эштәрен атҡарып сығыуға барлығы 35 миллионға яҡын аҡса бүленгән...

Материал гәзиттә бөгөн баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: