Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
15 Октября 2022, 10:26

Әсә бәхете

- Абдул ауылына, тыуған еренә улым ҡайтып килә!  

Әсә бәхете
Әсә бәхете
Бөгөн иртән эшкә килеп ултырыу менән, телефондан бәхетле әсә тауышы яңғыраны. Һәйбәт хәбәргә зар-интизар сағыбыҙ, күңел күтәрелде лә китте, әйтерһең, илгә тыныслыҡ килде тигән яңылыҡты ишеттек. 
- Ике малайым да офицер, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итәләр, икеһе ла Украинала, бына инде 8 ай йөрөйҙәр, береһе Рифат, икенсеһе - Рәфис. 
Яҡупова Рәйфә апай шатлығын кемгә әйтергә белмәйҙер (хатта уның йылмайыуҙан туҡтамаған йөҙө күҙ алдына килде), беҙҙең менән дә һөйөнөсөн бүлешергә булған. Рәхмәт. Яҡшы хәбәр - йән аҙығы.
- Рәфисем ҡайтып килә, отпускыға. Әле Ырымбурҙа инде, Абдулда, йүгеренеп, уны ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөйбөҙ. 
Йә, Хоҙай, барлыҡ әсәләргә лә улдарын көтөп алырға яҙһын, - ошолай тип теләк теләнек (әлеге мәлдә иң күп тапҡырҙар әйтелгән теләк). Рәфис ҡайтһын, Рифат ҡайтһын, бөтәһе лә имен-аман ҡайтһын. Барлыҡ әсәләр, шатлыҡтарынан нимә эшләргә белмәй, улдарын ҡаршы алып йөрөһөн. Ҡатындарыбыҙҙың береһен дә Әсә бәхете урап үтмәһен - әллә нисәмә һүҙ теҙҙек тә ҡуйҙыҡ. 
Бөгөн бер Абдул ауылы ғына түгел, бар донъя ҡыуана кеүек. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: