

- 2007 йылда Ырымбур юғары зенит ракета училищеһына уҡырға индем. Артабан 2008 йылдың 5 декабрендə мине Смоленск ҡалаһына маршал А.М. Васильевский исемендəге академияға күсерҙелəр. 2012 йылда уҡыуымды уңышлы тамамланым һəм ошо уҡ йылдың йəйендə өйлəндем. Артабан Приморье өлкəһенең Раздолье ҡасабаһына ебəрəлəр. Унда взвод командиры булдым. 2013 йылда Уссурийск ҡалаһына күсеп киттем.
2015 йылда батарея командирының урынбаҫары итеп тəғəйенлəнелəр. Ə 2021 йылда командир булыу бəхет тейҙе. Эшем ауыр булһа ла ғаилəмə ваҡыт ҡала. Ике бала атаһы мин. Ҙур ҡыҙым 2014 йылда тыуҙы, бəлəкəй малайыбыҙ 2016 йылда. Əлеге ваҡытта ялға ғына ҡайттым, ике аҙнаға...
Материал тулы вариантта гәзиттә баҫылды.