Өс һәм унан артыҡ балалы мобилизацияға эләккән аталарҙы кире ҡайтарырға тигән фарман булды. Фарман биреүе рәхәт, ә уны тормошҡа ашырыуы... Бер ҡатын ниндәй генә ишектәрҙе ҡаҡманы, күҙҙәренән аҡҡан күҙ йәштәре диңгеҙҙәрҙе тултыра алыр ине. Тыңларға бик теләүсе лә булманы ахры, ҡайҙа баҡма- битараф ҡараш.
Ниһайәт, бөгөн ҡайтып төштөләр. Араларында әлеге ҡатындың да ире бар. Юғиһә... балалар баҡсаһына барған һайын береһенән-береһе бәләкәс ике сабыйҙың (өсөнсөһө ҡорһаҡта) күҙҙәрен күреүҙән йән тәндән айырылып сығыр сиккә етә ине, түҙеп торғоһоҙ ҡыйын.
Балалар аталары менән осрашҡан. Уларҙың ошо мәлдәге үҙҙәрен тотошон күрһәгеҙ.... әйтеп аңлатып бөтөрлөк түгел. Күҙҙәренән бәхет осҡондары сәселә, балалар аталарына сат йәбешкән, әйтерһең, бына-бына, кемдер килеп, тағын алып китә. Янда ғына, шатлығынан нимә эшләргә лә белмәй, ҡатыны баҫып тора.
Бөгөн алтау ҡайтты. Ҡалған атайҙарҙы көтәбеҙ. Улар ҙа сабыйҙарының бәхетле ҡараштарын күргеһе килә.