Барыһы ла теләй, күптәренең хыялы хыял ғына булып ҡала. Ниндәй сихри көсө барҙыр инде бының - журнал битенә һәр береһен ҡуймайҙар, егеттәр ҙә, ҡыҙҙың йөрәген яулар өсөн, меңәрләгән комплимент араһында ошондайын юҡҡа әйтмәй: һин - журнал тышындағы ҡыҙға оҡшағанһың.
Земфира Усманова. Ниңә быға тиклем "Ҡатын-ҡыҙ донъяһы" исемле журнал уны баҫмағандыр - аҡыл етмәй. Бына, хатаһын төҙәткән: Земфира апайыбыҙ йылмайып баҫып тора. Земфира Ирек ҡыҙы һымаҡты табыуы ҡыйыныраҡ шул, үҙе сибәр, үҙе аҡыллы, бар булмышы менән ҡатын-ҡыҙҙың матур донъяһы ул.
Ҡайһы берәүҙәр саҡ ҡына көнләшә, ә беҙ ғорурланабыҙ. Афарин, апай!