Ҡыуаныслы ваҡиға
15 Ноября 2022, 04:20

Хыялдар тормошҡа ашты

Уҡытыусыбыҙ Рәмилә Карамат ҡыҙы Кужаҡова бик күптән, мәктәптә бер пар ғына булһа ла милли кейем булһа икән, тип хыял итә ине. 

Хыялдар тормошҡа аштыХыялдар тормошҡа ашты
Хыялдар тормошҡа ашты

Бына хыялдары тормошҡа ашты. Яҡташыбыҙ Рим Наил улы Хәсәнов бер пар түгел, ә һәммә балаға ла тәғәйенләп бик матур костюмдар тектереүҙә ярҙам итте. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик шатландыҡ. Бындай бәхет бөтә мәктәпкә лә тәтемәй! Шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға район мәғариф бүлегенән хөрмәтле ҡунаҡтар, мәктәп хакимиәте, Аҡһары ауылы ағинәйҙәре килде. Балалар өр-яңы кейемдәрҙе кейеп матур тамаша күрһәттеләр. Киләсәктә ошо яңы костюмдарҙы ҡәҙерләп, изгелеген оҙаҡ йылдар күрергә, матур сараларҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшергә яҙһын. Милли кейем ябай ғына кейем түгел, ул халҡыбыҙҙың күңел торошо, бай тарихы һәм мәҙәниәте. Быуындан-быуынға күсеп килгән ҡомартҡы, тип әйтһәк, һис тә хаталанмаҫбыҙ!

Мәүлиҙә ЮЛБАЕВА, Иҫке Мораптал ауылы

Хат тулы килеш йома көнө гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас