Юшатыр
-29 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
24 Ноября , 11:58

Бәхетле бала саҡ

Былар ҙурҙан ҡубып үткәрергә булған. 

Бәхетле бала саҡ
Бәхетле бала саҡ
Шулайтмай булмай, бер йыл буйы тырышҡан эштәренең һөҙөмтәһе ул - ППМИ программаһында еңеп, балаларға уйын майҙансығы ҡуйҙылар. 
М. Исҡужин исемендәге прогимназияның икенсе корпусына. Хатта ҡала башлығы Олег Фролов үҙе лә, сабыйҙарҙың шатлығын күрергә тип, килгән. Унан тыш, урынбаҫары Т. Лихачева, мәғариф идаралығы начальнигы Т. Юлусова, РПЛИ директоры В. Сабанчин һәм беҙ фәҡирегеҙ булдыҡ. 
Прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова, үҙенә берәй ҡыйбатлы әйбер алып биргәндәрме ни, шатлығынан ни эшләргә белмәй йөрөй. 
- Балалар бәхетле булһын - төп теләк шул, - тине. 
Башҡалар уның һүҙен йөпләне. 
"Носа носа" көйөнә, башҡортса һүҙҙәр һалып, йырланы балалар, ололар, түҙмәй, торған ерҙәрендә бейеп торҙолар.
Һауанан ҡотороноп ҡар яуа. Епшек. Бала саҡтар иҫкә төшөп китте, ошондай мәлдә ҡарҙы тәгәрәтеп, ҙур итеп, түңәрәкләй инек тә ҡар бабай яһай инек. Өҫ-баш лыҡ һыу була, ә, өшөп-туңһаң да, барыбер бәхеттең уртаһында йөҙәһең...  Ниндәй генә заман булһа ла, бала-саҡ бәхетле булырға тейеш.
Олег Юрьевичҡа бүләк бирҙеләр - тирмә. Ысын тирмә түгел, уйынсыҡты, эсе тулы кәнфит. Ҡала башлығы кәнфиттәрҙе бер үҙе ашарға оялдымы, балаларға таратып сыҡты. Тегеләр, шатлыҡтарын үрле-ҡырлы һикереште. Ҡарап тороуы күңелле, онотолоп китеп, улар менән бергә саҡ уйнарға төшөп кителмәне, бала саҡҡа кире ҡайтыу теләге ҙур ине. 
Яңы балалар майҙансығы ҡотло булһын, унан гел күңелле көлөшкән тауыштар ғына яңғыраһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в