Улы ҡайтты! Бөп-бөтөн, иҫән-һау! Шатлыҡты уртаҡлашырға барлыҡ ауыл йыйылды.
Махсус операция барған ерҙә тәүге көндән тиерлек ҡатнашты Динис, оҙайлы айҙар буйы Әсә ниҙәр уйлап, нимә кисергән, нисәмә йоҡоһоҙ төндәр үткәргән - Хоҙай ғына белә.
Был байрам Көйөргәҙе районы тарихына ғына түгел, Башҡортостан тарихына яҙылып ҡалыр ваҡиға булыр һымаҡ. Улдары фронтта йөрөгән барлыҡ әсәләргә лә ошондай бәхетте татырға яҙһын - малайҙарын көтөп алырға, ҡосаҡҡа ҡыҫырға насип булһын.