Ҡыуаныслы ваҡиға
7 Декабря 2022, 07:42

Уңыштарға ҡыуанып

Морапталдар Ҡазанға барып ҡайтҡан. 

Уңыштарға ҡыуаныпУңыштарға ҡыуанып
Уңыштарға ҡыуанып

...Конференцияла, Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы, Ишкинина Зәлиә лә ҡатнашты. Ул етәксеһе, тарих уҡытыусыһы, Сәғитова Розалия Юнир ҡыҙы менән, яҡташтарыбыҙ Биҡҡоловтар тураһындағы эше менән, бик матур сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле эшен һәм тарихи материалдарҙы “Башҡорт йорто” йәғни Ҡазанда йәшәүсе башҡорт милли-мәҙәни автономияһының компетентлы комиссия ағзалары бик яратып тыңланылар һәм оҡшаттылар. Зәлиәнең материалды матур итеп саф башҡортса һөйләүе, эш буйынса бирелгән өҫтәмә һорауҙарға тулы, ҡыҙыҡлы итеп яуап биреүе, эшенә, тормошҡа үҙ фекере булыуы барыһын да әсир итте. Һәм ул ошо конференцияның башҡорт филология бүлеге буйынса еңеүсе тип танылды.

Гөлкәй ШӘМСЕТДИНОВА, Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе директоры.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас