Ҡыуаныслы ваҡиға
10 Декабрь 2022, 09:19

Машина булманы, кәләш булды

Ул бүләккә машина ала алманы.

Машина булманы, кәләш булдыМашина булманы, кәләш булды
Машина булманы, кәләш булды
Участковыйҙар конкурсында ҡатнашты, ә унда кем дә кем ил буйынса беренсе урынды ала, шуға өр яңы машина бирәбеҙ тигәйнеләр.
Быға бер тамсы ла бошонманы Айбулат, машина ла булған мал, уның һәйбәт полицейский икәнен былай ҙа барыһы ла белә. Яҙмыш уға башҡасараҡ бүләк әҙерләп ҡуйған: һөйгән йәр, йәненең яртыһын.  
Айбулат кәләш алды. Кәләштең дә ниндәйен! Алина килен Хәйбулланан, районда иң сибәр ҡыҙҙарҙың береһе тип һаналған булған һәм бына ул Көйөргәҙе ерендә мендәргә баҫып тора.
Әле туй бара, Ялсыҡай ауылы ғына түгел, бөтә ғаләм йәштәргә һоҡланып ҡарай төҫлө! 
Туйҙан ҡотло булһын, тормош юлын, иңгә-иң терәшеп, әлегеләй барыһын да һоҡландырып үтергә яҙһын. 
Материал - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас