Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
17 Декабря 2022, 10:01

Килəсəге яҡты, нурлы булыр

Туй тигəс тə, мəжлестəн ҡыйыш атлап ҡайтыусылар күренмəне.

Килəсəге яҡты, нурлы булыр
Килəсəге яҡты, нурлы булыр

Сөнки туй мəжлесе "Айыҡ ауыл" программаһы сиктəрендə ойоштородо. Таймаҫ ауыл советының иң уңған апай-еңгəлəре ойошторған "Йəшлек" халыҡ ансамбле йыйылып, йəш киленгə өгөт-нəсихəттəрен уҡыны, изге тормош юлы телəне һəм халҡыбыҙҙа электəн һаҡланған, иң йəмле йолаларының береһе, йəш киленгə һыу юлы күрһəтеүҙе сəхнəлəштерҙе.
Яңы ҡоролған ғаилə нигеҙендə бер береңə һөйөү, хөрмəт менəн бер рəттəн айыҡ тормошҡа ынтылыш та бар икəн, тимəк, был ғаилəнең килəсəге яҡты, нурлы булырында шик юҡ.

Туй мəжлесенəн һуң, тиктормаҫ таймаҫтар үҙ ауылына ҡайтып айыҡ өмə лə ойоштороп өлгөргəн. Илнара Үлмəҫбаеваның ҡаҙҙары бигерəк матур, һимеҙ булған...

Был сара хаҡында тулыраҡ кисә гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: