Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
17 Декабря 2022, 15:20

Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!

Ҡотлайбыҙ!

Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!
Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!

Талантлы шағирә, ғүмер буйы "Йәншишмә"("Башҡортостан пионеры") гәзитендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдинаны юғары награда - Салауат Юлаев орденына лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!

Кисә Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы съезында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай етәксеһе Константин Толкачев тапшырған был орденды.

Зөһрә апай хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да һөнәренә тоғро ҡалып, төрлө гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итә. "Һуғыш балалары һөйләй" тигән проекты ғына ни тора?! Зөһрә Ҡотлогилдинаның бик күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған, улар халыҡ араһында киң танылыу яуланы.

Ә ул булдырған журналистика мәктәбендә йәш хәбәрселәр, Башҡортостан матбуғаты өсөн һәләтле ҡәләм оҫталары тәрбиәләнде.

Яҡташ шағирә апайыбыҙҙы юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!
Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!
Автор:
Читайте нас: