Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
20 Января 2023, 16:42

Бәхеттең сиктәре юҡ

Тәүҙә уны Сибай тинеләр. 

Бәхеттең сиктәре юҡ
Бәхеттең сиктәре юҡ
Беҙҙең төркөм видео ҡуйғандан һуң да байтаҡ кеше яҙҙы: иламай түҙә алманым. Ир башыбыҙ менән, беҙ ҙә иланыҡ. Ояты юҡ, күңел тулышып, сиктәренә һыймай, ташты ла китте. Рәхәт булып ҡалды хатта.
Һуғыштан һалдат ҡайтҡан, туп-тура һеңлеһенең туйына, мәжлестең ҡыҙған мәленә ҡайтып төшә, кәләш-һылыуҙың, әсәнең, атаның, башҡа туғандарҙың хистәрен күрҙегеме? Иламай, түҙеп ҡара. Был туғандар өсөн шатланыуҙар! Әйтерһең, һәр беребеҙҙең йортона бөп-бөтөн, шап-шаҡтай егеттәребеҙ ҡайтып инде.
...Аҙағыраҡ Мәләүез районынан бит ул егет, туй шунда бара тип төҙәтмә индерҙеләр. Ә беҙгә барыбер - Сибай ни, Мәләүез ни, Туймазы ни. Бәхеттең йәшәгән тәғәйен урыны ла, сиктәре лә юҡ. Барлыҡ Башҡортостанды солғап алһа ине әлегеләй бәхет. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: