Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
2 Февраля 2023, 17:10

Йылылыҡ

Егеттәр кисә ҡайтты. 

Йылылыҡ
Йылылыҡ
Уларҙы ҡаршы алған туғандары нимә кисергәндер, был минуттарҙа нимә тураһында уйлағандыр - әйтеүе ауыр. Хәйер, ниндәй уй, бына тора ул ғәзиз йән, бөп-бөтөн, хатта йылмая, ҡосаҡланың, гүйә, Ер әйләнеүенән туҡтаны, бер нимә тураһында ла уйлағы килмәй, ошолай, туған кешене бүтән бер ҡайҙа ла ебәрмәй, уның йылыһына иҙрәп, торорға ла торорға. 
Табын артында ултырғанда ла, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, хәбәр һөйләнде, яңылыҡтар күп, хистәр тулышҡан, ҡайһы еренән башлап, ниндәй ерендә туҡтарға ла белеп булмай. Шатлыҡтың сиктәре юҡ. 
- Эх, ҡайтып йылы түшәктә бер рәхәтләнеп йоҡларға ине, - шулай тип белдерҙе беҙгә бер яҡташ һалдатыбыҙ. Әле ул ҡайтмаған. 
Ә әлеге отпускыға ҡайтҡан егеттәр....  Күңел йылыһына ҡойоноп туя алмай. 
Ялға ҡайтҡан Көйөргәҙе, Күмертау һалдаттары тураһында гәзиттә иртәгә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: