Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
7 Февраля 2023, 09:11

ТАБЫЛҒАН!

Аллаға шөкөр, Рәмил ағай иҫән-һау. 

ТАБЫЛҒАН!
ТАБЫЛҒАН!
2 февралдән бирле ут йотоп ултырҙыҡ, Иркутск ҡалаһында ҡапыл ғына юҡҡа сыға ла ҡуя ағайыбыҙ. Инде өмөттәр ҙә өҙөлә яҙғайны (кеше юғалды тигән алама хәбәрҙе көн дә ишетәбеҙ. ахыры насар бөтә күбеһенең), бына әле генә билдәле булды: Рәмил Ғайсин бәйләнешкә сыҡҡан. Беҙ ошондай: табылған, иҫән-һау тип яҙырбыҙ тигәйнек - "Юшатыр" -  бына яҙабыҙ.
Был тарихтың аҙағы хәйерле булыуы менән беҙҙең иртәне бәхетле итте. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: