Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
21 Марта 2023, 16:47

Түҙеп тороп ҡара

РПЛИлағы Шиғриәт кисәһендә Йәмил Рафиҡов, Абдул ҡырҙарын һағынам тип, йырланы.

Түҙеп тороп ҡара
Түҙеп тороп ҡара
Һағыналыр, һағынмаһа йыр ҙа яҙмаҫ ине. Һүҙҙәре уныҡы, музыкаһы Йәүҙәт Усмановтыҡы. Ҡапыл ғына башҡа уй килде: Күмертауҙа йәшәп, бына ғына торған тыуған ауылыңды һағынаһың, ә әллә нисәмә саҡырым алыҫлыҡта, ут аҫтында йөрөгән егеттәребеҙ нимә эшләй икән? 
Йыр ғына түгел, күңелдәре ҡалын-ҡалын романдар яҙырлыҡ хистәргә тулғандыр малайҙарҙың. Шөкөр, ошо көндәрҙә кемеһелер һағыштарын баҫа алды. Тыуған ҡырҙарын күрә, әсәһе, туғандары, балалары ҡосағына иркәләнә-иркәләй алды. 
Көйөргәҙе районы Абдул ауылына ошо көндәрҙә һалдат ҡайтҡан. Йырлағанмы? Әлбиттә. Ул ғына түгел, бөтөн Абдул ҡырҙары, яландары йыр һуҙған. Йырламай түҙеп тороу бындай саҡта гонаһ булыр ине. 
Автор:
Читайте нас: