+1 °С
Облачно
Уны сентябрь айында яу ҡырына күмәкләп оҙатып ҡалдыҡ. Оҙаҡ ваҡыт күрешмәй тороп ныҡ һағындыҡ үҙен. Уның ялға, тыуған яҡтарына ҡайтырға сығыуын ишеткәс, түҙемһеҙләнеп көтә инек, шулай ҙа минең тыуған көнөмә ҙур сюрприз яһап, тәүгеләрҙән булып миңә килер тип уйламаған инем. Шулай тыныс ҡына тыуған көнөмдө билдәләп ултырғанда, шатлығыма тағы ла ҙурыраҡ шатлыҡ өҫтәп мырҙам ҡайтып төштө. Ул ваҡытта ниндәй уй-тойғолар кисергәнебеҙҙе, нисек ҡыуанғаныбыҙҙы һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөп тә булмай. Оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһе башлығы булып эшләп, бөгөнгө көндә лә йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йөрөүсе Эльза Сәмиғулла ҡыҙы, һалдатты ҡаршы алырға тип, ҡалаға уҡ килеп еткән хатта, рәхмәт уға.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.