Шулай ҙа, егеттәр өсөн быныһы бик мөһим түгелдер, Тыуған ил, миҙгелдең ҡайһы мәле булһа ла, һәр саҡ матур. Әллә күпме ваҡыт күрешмәгән туғандар менән осрашыу минуттарын оҙаҡ көттөләр. Төрлөсә күҙ алдына баҫтырҙы быны: нисек итеп ҡаршы алырҙар, нимә әйтерҙәр, үҙҙәре нимә тиер? Илап ҡына ебәрмәҫкә ине...
Һаумыһығыҙ, улдар, ирҙәр, атайҙар, абзыйҙар.