Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
5 Апреля 2023, 16:44

Уйсан күҙҙәр

Был йортта табындар күп булды.

Уйсан күҙҙәр
Уйсан күҙҙәр
Әммә әлегеләйе... Булмағандыр. Көйөргәҙе районы Урта Бабалар ауылына һалдат ҡайтты. Сәғитов Вәсил Хәсән улы. Бәләкәй генә ауыл ҙур шатлыҡ менән тулды. Вәсилдәре, яңы ғына киткән һымаҡ булһа ла, үҙгәргән, етдиләнгән, күҙҙәре уйсан. Донъяға хәҙер саҡ ҡына икенсерәк ҡарай төҫлө. 
Барса туғандар табын артына йыйылды. Һәр береһе йыраҡтан ҡайтҡан улдары яҡыныраҡ ултырырға тырышты, уның йылыһын нығыраҡ тойорға иттеләр ахры. Һағындырған. 
Һағыштарыбыҙ тиҙерәк баҫылһын да ҡәҙимге тормошҡа йәһәтерәк ҡайтһаҡ ине. 
Автор:
Читайте нас: