Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
16 Сентября 2023, 22:08

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Махсус хәрби  операция зонаһынан  ялға ҡайтҡан Көйөргәҙе егете Ришаттың бөгөн никахы булды. Уларҙы Радий Хәбиров та ҡотланы.

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!
Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Кисә БР Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм мобилизацияланған яугир менән осрашҡайны. Әңгәмә баршында ул һалдаттың был ялдарҙа никахы  теркәләүен белде.

“Окей” позывнойлы Ришат Тимербаев былтыр сентябрҙә мобилизацияланған. Махсус операцияға ебәрелгәнсе “Роснефть” ойошмаһында водитель булып эшләгән.

Ришат менән Регинаның бөгөн никахтары булды. Уларға төбәк етәксеһенән бүләккә телевизор тапшырылды. Йәштәрҙе ғаилә ҡороуҙары менән ҡотлайбыҙ! Һуғыштан иҫән-имен ҡайтып, балалар үҫтереп, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!

Автор:
Читайте нас: