Бөгөн Өфөләге "Торатау" конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы бара. Был сарала Күмертауҙан ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова менән Көйөргәҙе районы исеменән Фәнис Рахманғолов ҡатнаша.
Был сарала Күмертауҙарға “Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге Ватанды һаҡлаусылар йылы һөҙөмтәләре буйынса Илһөйәрлекте нығытыуға һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға тос өлөш индергәне, йыл сиктәрендә үткән әһәмиәтле ваҡиғаларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә һәм яҡтыртыуҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн III дәрәжә диполмы тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!