Был күпте күргән, күпте кисергән бассейн хаҡында яҙа-яҙа ҡул арыны, нисәмә йыл (объект 2019 йылда, республиканың 100 йыллыҡ юбилейына эшен башларға тейеш ине) ошо хаҡта һөйләнек, әрләштек, бәхәсләштек, «Юшатыр» гәзитенең йыл йомғаҡтарында йән көйөгө тигән кеүек рубрика аҫтында гел Ермолаево бассейны яҙылды. Ә бит нисә тапҡыр түрәләр һүҙ бирҙеләр: быйыл асыла, көҙгә асыла, яҙға асыла... Ҡайһы берәүҙәр ҡул һелтәп тә ҡуйғайны – булмаҫ быларҙан. Булды! Ике башлыҡҡа, ике ир-атҡа таҫма киҫергә яҙмағанды, гүзәл затҡа бәхет йылмайҙы...
Әлбиттә, һорауҙар әле лә бар: ниңә бассейнға йөрөү ҡыйбат тип һорау яуҙыралар, уның саунаһында ла, миндек менән, рәхәтләнеп, сабынып булмай икән тиҙәр. Әммә былары «ваҡ» мәсьәләләр, иң мөһиме: бассейнды, ниһайәт, астылар. Йән көйөгөнән ҡотолдоҡ.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.