3 март бөтә донъяла Яҙыусылар көнө билдәләнде. Күңелендә ижад ҡомары,илһам нуры йөрөткәндәр Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районынының “Тере шишмәләр” әҙәби берекмәһендә лә байтаҡ. Шуларҙың береһе ойошмабыҙҙың аҡһаҡалы, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының билдәле яҙыусы – сатиригы, Рәсәй
Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар һәм журналистар берлеге ағзаһы, Хәким Ғиләжев, Баязит Бикбай, Ильдар Юзеев премиялары лауреаты, Күмертау ҡалаһының Почетлы гражданины, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Закир Әкбәров.
“Толпар” журналына биргән әңгәмәһендә Закир Әкбәров “Яҙыусы – ғәжәйеп тормошҡа балаларса ғәжәпләнә алыу үҙенсәлеген юғалтмаған, башҡаларҙы ла ғәжәпләндерә алыу һәләтенә эйә булған кеше” тигәйне. Закир Әкбәров үҙе тап шундайҙарҙан. Ҙур күләмле роман булһынмы йәки сатирик хикәйә, мәҫәл булһынмы – уларҙың геройҙары тормошҡа сикһеҙ ғашиҡ, уны бөтә нескәлектәрендә яратыусан образдар.”Почтальон малайы” повесындағы төп герой Заһитты ғына алайыҡ. Ул ғаилә риүәйәтен, ғаилә тарихын һөйләй. Бер ҡараһаң, Заһит вайымһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан,балаларса бер ҡатлы, ен –бәрейгә, аҙбар эйәһенә, аҡ йылан тиреһенең бәхет килтереүенә ышаныусан төпсөк малай, икенсе яҡтан тормош фәлсәфәһен һәүетемсә генә һүтеүсе оло ил ағаһы. Әҫәрҙәрендә генә түгел, тормошта ла һәр ваҡыт ихлас, атайҙарса ярҙамсыл, аҡыллы кәңәштәре менән терәк – таяныс ул Закир Насир улы. Һикһәнде ҡыуған ир – уҙаман йәмәғәт эштәрендә лә, ижадта ла әүҙем, үҙенең тормош принциптарына тоғро ҡала. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе
районында мәғарифты, әҙәби мөхитте, бигерәк тә татар- башҡорт – рус милли әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе йәмәғәт эшмәкәре Закир Әкбәров Тыуған илгә,тыуған ергә бирелгәнлек өлгөһө ул. Ошо көндәрҙә Закир Әкбәровты Ватан алдындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары профессиональ ҡаҙаныштары өсөн
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт наградаһы “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Хөрмәтле Закир Насир улын лайыҡлы наградаһы менән һәм тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Ил йөгөн иңдәренә күтәрер һеҙҙең кеүек ил
ағалары булғанда, һеҙҙең кәңәш – фатихала оҙаҡ йылдар бергә эшләргә яҙһын! Күңелегеҙҙә илһам, ҡулығыҙҙа ҡәләм, телегеҙҙә уҡыусыға әйтер һүҙегеҙ булһын!
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы исеменән Рима АРЫҪЛАНОВА