Все новости
Юбилейҙар
18 Мая 2018, 11:42

ҮТКӘНДӘРГӘ БЕР ӘЙЛӘНЕП

Бик күптәр «Юшатыр» гәзитендә Рамаҙан Хәлилов имзаһы менән сыҡҡан тарихи юҫыҡтағы мәҡәләләрҙе уҡып белә. Бынан тыш ул һәүәҫкәр тарихсы ла, шәжәрәләр төҙөүҙә республика дипломанты ла, ике китап ижад иткән яҙыусы ла, дин әһеле лә, умартасы ла, һоҡланғыс ғаилә башлығы ла, ғәзиз атай ҙа, яратҡан олатай ҙа… Ул 65 йәшен тултырырға йыйынһа ла, сабыр ғына өйҙә түҙеп ултыра торған кеше түгел. Юбилейы уңайынан ғүмер юлына байҡау яһап редакцияға мәҡәлә яҙып килтерергә лә ваҡыт тапҡан.

Редакциянан:

Бик күптәр «Юшатыр» гәзитендә Рамаҙан Хәлилов имзаһы менән сыҡҡан тарихи юҫыҡтағы мәҡәләләрҙе уҡып белә. Бынан тыш ул һәүәҫкәр тарихсы ла, шәжәрәләр төҙөүҙә республика дипломанты ла, ике китап ижад иткән яҙыусы ла, дин әһеле лә, умартасы ла, һоҡланғыс ғаилә башлығы ла, ғәзиз атай ҙа, яратҡан олатай ҙа… Ул 65 йәшен тултырырға йыйынһа ла, сабыр ғына өйҙә түҙеп ултыра торған кеше түгел. Юбилейы уңайынан ғүмер юлына байҡау яһап редакцияға мәҡәлә яҙып килтерергә лә ваҡыт тапҡан.
Атайым кеүек булыу теләге бөрөләнеүе

Үҙем хаҡында яҙырға керешкәнсе тәүҙә атай-әсәйемдән башларға уйлайым. Сөнки баланың кем, нисек булыуында ата-әсәнең йоғонтоһо ҙур.

Ябай крәҫтиән ғаиләһендә 4-се малай булып донъяға килгәнмен. Минән һуң йәнә 4 малай, 1 ҡыҙ тыуа. Атайым Насретдин Сәйетмәғрүф улы комбайнсы, тракторсылар бригадаһы бригадиры, утты-һыуҙы кискән һуғыш ветераны һәм бар булмышы менән бер кемдән дә айырылып тормаған ябай ауыл кешеһе ине. Булдыҡлылығы арҡаһында ул һәр эштең рәтен-яйын белеп, уны аҙағынаса тамамлап, иңенә алған үҙ бурысын еренә еткереп башҡарғаны өсөн тирә-йүндә оло ихтирам ҡаҙанды. Әле телевизор, радио юҡ саҡта, оҙон ҡышҡы кистәрҙә, балаларын үҙ тирәһенә йыйып, һуғышта күргәндәрен, башынан үткәндәрен тасуири итеп һөйләр ине. Үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағында радиоалғыс алып ултыртһа, 60-сы йылдар аҙағында телевизор һатып алып, ил яңылыҡтары менән туҡтауһыҙ танышып барҙы. Күпләп гәзит-журналдар, китаптар уҡырға үҙе генә түгел, балаларын да ылыҡтыра белде. Ошондай ваҡыттарҙа миндә атайым кеүек булыу теләге, бәлки, бөрөләнә башлағандыр. Үкенескә ҡаршы, 1971 йылда ул мәрхүм булды. Был ауыр ҡайғынан һуң әнәйем Тәкмилә Фазулла ҡыҙы, бөгөлөп төшмәй, мамыҡ шәлдәр бәйләп булһа ла, балаларын уҡытырға, тәрбиәләргә көс һалды. Атайым үлгәндә, бәләкәй һылыуыма 4 кенә йәш ине. 8 балаһын башлы-күҙле итте. Балаларының яртыһынан күберәге юғары белемле. Бөтәһе лә тиерлек махсус уҡыу йорттарын тамамланы.

Тарих төпкөлөнә тәүге аҙымдарым

Тарих – кешеләр, дәүләттәр менән ни булғанын һөйләүсе ғәжәйеп ҡыҙыҡлы фән. Тик нисектер мәктәптә уҡыған йылдарымда ул мине дәрес булараҡ ҡыҙыҡһындырмай, ҡасандыр үткән, алыҫ-алыҫта ҡалған хәтирә кеүек күңелемә бик яҡын да алмай инем. Әйтерһең дә, уның миңә бер ниндәй ҡыҫылышы юҡ. Тик барыбер ҙә тора-бара яйлап ҡына ҡарашым үҙгәргәнен һиҙмәй ҡалдым. Бер аҡыл эйәһе: «Ил тарихы кес кенә ғаиләләр тарихынан йыйыла. Кеше үҙ нәҫеле ебен, ата-бабалары һөйләгәндәренән ишетеп белгән осраҡта ғына тарихты тулыһы менән булмаһа ла, ниндәйҙер кимәлдә аңлай һәм белә», – тигән. Ул хаҡлылыр. Шуныһы ҡыҙыҡлы, миндә был йәһәттән ауылға каникулға ҡайтҡан араларҙа бер нәмәһе менән дә данлы булмаған, ябай ғына бер ауыл ҡартының – Мостафа бабайымдың һөйләгәндәре, уның тарихи ваҡиғаларҙы бик күп белеүе ниндәйҙер кимәлдә ҡыҙыҡһыныу уятырға бер сәбәп булғандыр. Бигерәген дә Хәлиловтарҙың аҡһаҡалы иҫәпләнгән һәм ауылда иң ололарҙан булған ул бабайҙың аҡыл-фиғеле теүәл, хәтере ныҡ булғанғамылыр, ундай кешеләр менән һөйләшеү, беренсенән, бик ҡыҙыҡлы, икенсенән, бик фәһемле ине. Һөйләгәндәре 100%-ы менән иҫемдә ҡалыуын ҡалманы, әммә ҡолаҡҡа ныҡлы салынып ҡалған ҡайһы бер һүҙҙәре әле лә онотолғаны юҡ, ә инде арлы-бирлеләре онотолһа ла, барыбер ниндәйҙер берәй ваҡиғаға ҡағылышлы булһа, ҡылт итеп иҫемә килеп төшә.

1979 йылда миңә Мостафа бабай менән йәнә лә осрашып, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырырға форсат тейҙе. Уға 85 йәштәр самаһы ине. Был осрашыуыбыҙҙа тик ырыу шәжәрәһе буйынса ғына һүҙ алып барғанлыҡтан, ул үҙенең белгәндәрен һөйләп һәм уны яҙып, теркәп алырға кәңәш итте. Ул ваҡытта бигүк таныш булмаған эште йәғни бурыс итеп үҙебеҙҙең нәҫел шәжәрәһен тергеҙеү буйынса фатихаһын бирҙе. Ваҡытында нәҫелебеҙ шәжәрәһе быҙау тиреһенә ғәрәп хәрефтәре менән әҙәби төрки телендә яҙылғанлығы, Ғәзиз байҙа һаҡланыуы, репрессиялар башланғас, Ҡунаҡбай ауылында йәшәгән Абдулла исемле ҡайнағаһына биреп ҡалдырғанлығы, ә һуңғараҡ бөтөнләй юҡҡа сығыуы хаҡында бик әсенеп һөйләп ултырҙы ул.

Тик ауылда йәшәгән, эшләгән йылдарҙа был эш менән шөғөлләнергә ваҡытым булманы. Ә 1988 йылда Күмертауға килеп эшләй, йәшәй башлағас, мөмкинлектәрем барлыҡҡа килеп, нәҫелебеҙ шәжәрәһе буйынса эшемде башлап ебәрҙем. Быны Әхсән мырҙам да хуплап, шәжәрә формаһын ҡулланып кескәй генә монография яҙырға кәңәш итте. Күп йылдар дауамында туған-тыумасаларымдың һәр береһе тураһындағы факт-мәғлүмәттәрҙе берәмтекләп, ҡәҙерләп йыйып, уларҙы системалаштырырға, күп инстанцияларға, архивтарға йөрөргә, хаттар яҙырға, нәҫел-нәсәбәләрҙе ҡат-ҡат күреп һөйләшергә, ҡомартҡыларҙы аҡтарырға тура килде. Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында тупланып, нәҫелемдең төрлө быуын вәкилдәре тураһындағы яҙма хәтирәләрем китабы 2008 йылда донъя күрҙе. Бурысымды үтәнем, тип иҫәпләйем. Ләкин нәҫелем кешеләре тураһында асыҡланғандарының да, асыҡланмағандарының да йәшәйештәрен, эшмәкәрлектәрен ҡыҫҡа ғына яҙмаларҙа тулыһынса сағылдырыу мөмкин булмағанлыҡтан, үткәндәрҙе һаман да барларға тура килә. Күмертауҙа 2006 йылдан Шәжәрә байрамдары үткәрелә башланы. Эҙләнеүселәр ҡала, район, республика архивтары аша 7, хатта унан да күберәк быуындарын өйрәнде. Был эш буйынса миңә районда, ҡалала һәүәҫкәр тарихсы булараҡ үҙемдең эш тәжрибәм менән уртаҡлашып, ярҙам итешергә һәм әленән-әле киң халыҡ массалары араһында сығыш яһарға тура килде, килә. 2010 йылда Баҡалы районында уҙғарылған шәжәрә төҙөү буйынса республика конкурсында район исеменән ҡатнашып 2-се урынды алып, еңеү яулап ҡайттым.

Тормошомда ғаиләмдең әһәмиәте

Ғәҙәттә, яңғыҙ йәшәүсе ир-аттар ҡала ерендә лә, ауылдарҙа ла бар. Шул уҡ ваҡытта тағы ла әлеге заманда бик актуаль мәсьәләләрҙең береһе була барған яңғыҙаҡ ир-егеттәребеҙҙең күбәйеүе. Быны үҙемдән сығып, үҙемдең яҙмышыма оҡшашлыҡтары булғандар тураһында ғына әйтеүем.

Бына минең дә 30 йыл буйы бергә донъя көткән хәләл ефетем Сәлимә 12 йыл элек мәрхүмә булып ҡалғас, тормош йөгөн яңғыҙыма тартырға тура килде. Әммә бөтөнләй яңғыҙ тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәҫ. Ауыр ваҡыттарҙа бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, терәк-таяныс булып йәшәүҙә ҡыҙым Ләйлә һәм ейәнем Әмир бар. Ауырлыҡтарға бирешмәй, артабан да донъя көтөргә балаларым булыуына бәхетлемен, Аллаға шөкөр. Тағы ла шуға шатланам: улар ауылдағы йорт ихатаһындағы баҡсала йәшелсә ултыртыуҙа, тәрбиәләүҙә ярҙам итешә, ҡыҫҡаһы ерҙән айырылмай тәрбиәләнәләр. Ҡыҙым менән ейәнемә ҡарайым да, үҙемдең ялан аяҡлы бала сағыма әйләнеп ҡайтам, 9 балаһын боронғо ҡанундарыбыҙ нигеҙендә үҫтергән атайым, әнәйем, өләсәйҙәремде иҫкә төшөрәм. Ҙур ғаиләләге күмәк балалар араһында, бер-береңдән эшкә өйрәнеп, хеҙмәткә күнегелеп үҫелде. Йәй еттеме, мәҫәлән, яңы уҡыу йылына мәктәп формаһы йә берәй өҫ, аяҡ кейеме алдыртыр өсөн генә лә ғаиләбеҙҙә тәпкегә, салғыға, һәнәк-тырмаға көсө еткән һәр ҡайһыбыҙ утауға йөрөй, бесән әҙерләшә. Урман яғы булмағанлыҡтан, яғыулыҡ урынына мал тиҙәгенән баҫылып һуғылған тиҙәктәрҙе әйләндереп киптереү ҙә беҙҙең елкәгә төшә ине. Был эштәрҙән тыш, кескәй туғандарыңды ҡарарға, баҡсаға һыу һибергә, ҡош-ҡортҡа күҙ-ҡолаҡ булырға, быҙауҙарҙы ҡырға ҡыуырға, кисен мал ҡаршылау кеүек көндәлек эштәрҙе атай, әнәйебеҙ ялан-ҡырҙарҙа эшләгән ваҡытта өләсәйҙәребеҙ менән бергә башҡарырға тура килде. Эшсе ҡулдар етмәү сәбәпле, «ҡул араһына ингәндәр»ебеҙҙе сентябргә тиклем ырҙын табағына, силос һалыу кеүек ауыл хужалығы эштәренә теләгәндәрҙе йәлеп итә торғайнылар. Әйткәндәй, берәй эште тиҙләтеп башҡарттырыу йәһәтенән атайым менән әнәйем: «Шуны эшләп бөтөрһәгеҙ, Күмертауға алып барып кейемдәр алабыҙ», – тип дәртләндереп тә ебәрә ине. Ваҡытыбыҙ ауыл ерендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙә үтә ине. Барлыҡ хужалыҡ эштәрен башҡарып, Көйөргәҙе буйына балыҡҡа йөрөп, уйнап, һыу инеп тә өлгөрә инек. Әле иһә атайым менән әнәйем һәм өләсәйҙәремдең беҙҙе шулай хеҙмәт һөйөргә, сыҙамлы һәм ныҡлы булырға, алған кейемдең, ҡулға ингән аҡсаның ҡәҙерен белергә өйрәтеүҙәренә рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым.

Бал ҡорттары тотоуым

Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда балаларым ярҙамы менән ғаилә традицияларына тоғро ҡалып, бал ҡорттары тотам. Был шөғөлдөң асылы шунда: беренсенән, балалар өйрәнеп, белеп, аңлап тәжрибә туплаһа, икенсенән, миңә ҡул ҡаушырып ултырмаҫ өсөн шөғөл, өсөнсөнән, аҙмы-күпме табыш алыу ҙа. Күпләп тотмайым: 10-15 баш умарта ғына. Дуҫ-иштәр, туғандар йыйылған ерҙә өҫтәлең баллы-һыйлы, арлы-бирле күстәнәскә булһа, шул еткән, ни генә тиһәң дә, үҙеңдеке бит.

Иманға ҡайтыу юлым тураһында

Әлеге ваҡытта донъя мәшәҡәттәре, хәстәрлектәре менән генә сикләнмәй, дини йолаларҙы ла атҡарып йөрөйөм. Дин юлына баҫырмын тип һис кенә лә уйламай инем. Атайым менән әнәйемде лә дингә мөкиббән бирелгән кешеләр булдылар, тип әйтә алмайым. Әммә өләсәйҙәремдең намаҙ уҡыуҙарын тыңлап, ураҙа тотоуҙарын күреп үҫергә тура килде. Хәйер, беҙҙе ғаиләлә тыйнаҡ, тәртипле булырға, ололарға хөрмәт менән ҡарарға, үҙеңде нисек итеп тоторға кәрәклеген өйрәтеп үҫтерҙеләр. Ашай башлар алдынан: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим», ашағандан һуң: «Аллаһу Әкбәр», - тип әйтергә ҡушалар ине. Шулай уҡ бала саҡта беҙгә: «Урамда оло кеше күрһәң, иҫәнләш, сәләм бир, доға ҡылыр», – тип тә өйрәтә ине өләсәйҙәр. Ҡарт бабайҙарҙың, инәйҙәрҙең: «Үә ғәләйкүм әс-сәләм, бәрәкәткә юлыҡ, атаңа рәхмәт», йә булмаһа: «Бәхетле бул, ҙур үҫ», – тигәндәре өсөн генә лә әллә күпме тапҡырҙар сәләм бирергә әҙер инек. Былар барыһы ла асылда шәриғәт ҡанундарынан булған әлеге һанап үтелгән ябай ҡағиҙәләрҙе беҙ һәр ваҡыт үтәй инек. Тормош дауам итә. Ул йылдарҙа кешелә шәхес тәрбиәләүҙә диндең йоғонтоһон бөтөрөү өсөн барыһын да эшләнеләр. Тәү ҡарашҡа, бөтәһе лә кешесә кеүек, йәшәйешем дә тиңдәштәремдекенән бер яғы менән дә айырылмай. Бөтәһе кеүек үк мәктәп һуҡмағында йөрөнөм, «Әлифба»нан текләп хәрефтәр өйрәндем, октябрят та, пионер ҙа булдым, комсомол ойошмаһында ла сыныҡтым. Мәктәпте тамамлағас, бүтән егеттәр һымаҡ Тыуған ил алдындағы бурысымды ла намыҫ менән үтәнем. Армия сафтарынан һуң агроном һөнәрен үҙләштереп, ҡайтҡастын ҡала комсомол комитетында ауыл хужалығы буйынса эшләгән осорҙа партия сафтарына алынып, төрлө вазифала һәм йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем генә эшләп йәшәлде. Ләкин барыбер ҙә күңелдә нимәнеңдер етмәүе, был тормошом менән килешмәүсәнлек тойғоһо әкертенләп үҫешә барҙы. Аҡылым менән аңлап етмәһәм дә, күңелем менән ниндәйҙер үҙгәреш кәрәклеген һиҙемләй инем. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, күңелдә йөрөгәндәрен асып һалырға, йөрәгемдең түрендә һаҡланған һорауҙарға яуап эҙләп алырға, рухи эҙләнеүҙәргә мөмкинлек тыуҙы. Бала саҡтан күңелдә туплана башлаған рухи ҡиммәттәр өҫкә ҡалҡып сыҡты. Бала сағымдың аллаһыҙлыҡ хөкөм һөргән дәүергә тура килеүенә ҡарамаҫтан, өләсәйҙәрем минең йөрәгемдә тормоштоң Бөйөк Ижадсыһына ҡарата сикһеҙ ышаныс, инаныу һәм һөйөү тойғоһо уята алған. Шул баһалап бөткөһөҙ бүләктәре өсөн мәрхүмә булған өләсәйҙәремә сикһеҙ рәхмәтлемен.


Читайте нас: