Районыбыҙ ауылдарында 70-80 йәшкә аяҡ баҫып та ауылдаштары, райондаштары өсөн өлгөлө булған ғаилә парҙары етерлек. Дүшәмбе көндө, 21 майҙа, шундай күркәм ғаиләләрҙең береһенә - Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Вәлит Низаметдин улы менән Рида Ғәли ҡыҙы Боҫҡановтарҙың тиң ғүмер итеүҙәренә 60 йыл тулды. Ошо ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан уларҙы Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов һәм эштәр идарасыһы Гөлшат Ахунйән ҡыҙы Бикмаева өйҙәренә барып ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы, алдағы тормоштарында иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, бәхет һәм уңыштар теләне.