Все новости
Юбилейҙар
29 Мая 2018, 11:59

КҮП ТӘ ТҮГЕЛ, АҘ ҘА ТҮГЕЛ, НИ БАРЫ 30 ҒЫНА

Яңы Мораптал ауылындағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне һәм шул уңайҙан «Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, ни бары 30 ғына» тип аталған байрам кисәһе ойошторҙо.

Яңы Мораптал ауылындағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне һәм шул уңайҙан «Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, ни бары 30 ғына» тип аталған байрам кисәһе ойошторҙо.

Байрамда район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова, Мораптал ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев, музейҙың элекке директорҙарының береһе Лилиә Хисаметдинова, ауылдың хеҙмәт ветерандары, район музейҙары етәкселәре ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы музей алдында уҡ йыр-моң менән ҡаршы алып, музей тарихы һәм экспозициялары менән яҡындан таныштырҙылар:

- Музей бинаһы 1972 йылда һалынған. Был бинала элек дарыухана урынлашҡан була. 1986 йылда яңы дарыухана бинаһы төҙөлгәс, Киров исемендәге ауыл хужалығы рәйесе Радик Фәхри улы Абдуллин һәм оҙаҡ йылдар Мораптал ауыл биләмәһе рәйесе булып эшләүсе Разиҡ Садиҡ улы Әбделмәнов идеяһы менән, иҫке бинала музей асырға булалар. Шулай итеп ремонт эштәре башҡарып, бинаны тағы ла ҙурайтып, 1988 йылдың 29 февралендә Киров колхозының Һуғыш һәм хеҙмәт даны музейына нигеҙ һалына. Музей мөдире итеп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылдың Почетлы гражданы Разиҡ Садиҡ улы тәғәйенләнә. Ул эшләгән дәүерҙә музей эсен йыһазландырыу, кәрәкле документтарҙы архивтарға йөрөп йыйыуға ҙур көс талап ителә. Был эште ул ярҙамсылары Радик Абдуллин, Рафиҡ Сыртланов, Радик Бәширов һәм башҡа ауылдаштары менән берлектә башҡарып сыға. Артабан музей эшен Ришат Сәмиғулла улы Агишев етәкләй. Ҡыҫҡа ғына эш дәүерендә ул да бар көсөн һалып эшләй. 1994 йылда оҙаҡ йылдар Киров колхозын етәкләүсе, оло хөрмәткә лайыҡ, хеҙмәт ветераны Рәүеф Абдулла улы Әбдрәшитов музей директоры итеп тәғәйенләнә. Ул үҙе эшләгән осорҙа ауыл музейын Башҡортостан Милли музейының филиалы итеүгә ирешә.

Йырсы, композитор, татар-башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы, башҡорт йырсылары араһында беренселәрҙән булып БАССР-ҙың халыҡ артисы исемен йөрөтөүсе, яҡташыбыҙ – Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, 1995 йылдың 27 октябрендә Көйөргәҙе районы хакимиәте ҡарары менән ауыл музейы Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы исемен йөрөтә башлай. Музей тағы ла йәмләнә, яңы экспонаттар менән тулылана. Ғәзиз Әлмөхәмәтов тураһындағы материалдарҙы БР-ҙың Милли музей хеҙмәткәре Гөлфидә Нафиҡ ҡыҙы Туҡтарова Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһынан юллап алып ҡайта һәм Милли музей художнигы Фадеев ярҙамы менән музейҙа яңы экспозиция барлыҡҡа килә.

Музей ҙур түгел, 109 квадрат метр майҙанлы. Экспозияцияларға өс зал бүленгән. Ғәзиз Әлмөхәмәтов залында уның ҙур портреты урынлашҡан. Бында уникаль булған экспонаттар — композиторҙың һәм туғандарының фотоһүрәттәре, ҡайһы бер операларының ноталары, документтар, ғәрәп графикаһы менән яҙылған концерт афишалары һаҡлана. 2000 йылда Рәүеф Абдулла улы хаҡлы ялға киткәс, уның эшен Лилиә Хәмит ҡыҙы Хисаметдинова, аҙаҡтан Рәйфә Ильяс ҡыҙы Абдуллина, Гөлназ Финират ҡыҙы Хәмитовалар дауам итә. 2008 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә музейҙы Альфира Салауат ҡыҙы Ниғмәтуллина етәкләй.

2015 йылда музей «Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы» исеменә лайыҡ булып, 100 мең һумлыҡ грантка эйә була. Был аҡсаға Һуғыш һәм хеҙмәт залындағы витриналар яңыртыла, замана талаптарына ярашлы эш ҡорамалдары алына. 2017 йылда Республика Башлығы грантында ҡатнашып, улар тағы ла 270 мең һум аҡсаға лайыҡ була. Был грант аҡсаһына этнография залында ремонт эштәре башҡарылып, экспозиция яңыртыла, техника алына.

Ләкин музей тормошо гел ыңғай ғына бармай, күңелһеҙ ваҡиғаларға ла дусар була: 2007 йылда һәм 2017 йылда музейға бурҙар төшөп, экспонаттарҙың ҡайһы берҙәрен урлап ҡуя. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә төп фондта 1125 предмет, ә ғилми-ярҙамсы фондында 800-ҙән ашыу предмет иҫәпләнә. Йыл әйләнәһенә бында 1000-дән ашыу кеше килә.

Музей менән танышып сыҡас, ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең тәьҫораттары менән сығыш яһаны. Халҡыбыҙҙың матур «Килен төшөрөү» йолаһын ҡарағандан һуң Ғаилә йылына арнап, 30 йыл элек, Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы асылған йылды, сәстәрен сәскә бәйләгән Рәмил һәм Рәхилә Төхвәтуллиндарҙы күркәм ғаилә байрамдары менән тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Музейҙы юбилейы менән ҡотлап, район хакимиәте 30 мең һум аҡса, ауыл советы ҙур өҫтәл бүләк итте. Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев байрам кисәһен үткәреүҙә финанс ярҙам күрһәтте һәм шулай уҡ киләсәктә музей алдына ҙур мәғлүмәти стенд ҡуйырға вәғәҙә итте. Музей директоры Альфира Ниғмәтуллина уларҙың барыһына ла, шулай уҡ шәхси эшҡыуар М.А.Сәғәҙиеваға, «Умырзая» ансамбленә һәм башҡа ойоштороусыларға рәхмәт белдерә.

30 йыллыҡ тарихы булған музейҙың проблемалары ла юҡ түгел. Бөгөнгө көндә был мәҙәниәт усағына капиталь ремонт талап ителә. Шулай уҡ янғын сигнализацияһына 41 мең һум аҡса кәрәк. Уның өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов бүләк ителгән 30 мең һумға тағы ла 11 мең һум өҫтәргә ҡушты.
Читайте нас: