Ошо көндәрҙә Ермолаево ауылында йәшәүсе Хәтифә Тимерғәли ҡыҙы Фәйзуллинаға 100 йәш булды.
Бер быуат ғүмер кисергән әсәйемдең, Ҡунаҡбай ауылы ҡыҙының яҙмышы еңелдән булмай. 1921 йылда аслыҡтан атаһы үлеп китә, әсәйемә ни бары 3 кенә йәш була ул саҡта. Балаларын аслыҡтан үлтермәйем тип, өләсәйем күрше урыҫ ауылы Молоканға барып ялланып эшләп, балаларын туйғыҙа.
Үҫә төшөп мәктәпкә бара, бик зирәк була, бер йылда 2 класс бөтә, 3-сө, 4-се класты ла шулай уҡый, тик артабан уҡыуын дауам итә алмай. Күрше ауылға йөрөп уҡырға кейеме булмай. Колхоз эштәренә сығып 10 йәшендә утауға йөрөй, башаҡ йыя.
Тормошҡа сығып, вербовка менән Свердлов тигән станцияла юл төҙөлөшөндә эшләй. 1941 йылда һуғыш сығып киткәс, кире тыуған ауылы Ҡунаҡбайға ҡайтырға тура килә. Һуғыш йылдарында ал-ял белмәй төрлө эштә эшләй, ҡышын фермала быҙау ҡарай, йәйен аш бешерә, һөт ташый, хат ташыусы ла булып эшләй.
Уны тормош аямай, 3 бала менән яңғыҙы ҡала, ире ташлап икенсе ҡатынға китә. Оҙаҡ та үтмәй бер туған апаһы үлеп китә, 4 бала менән тол ҡалған еҙнәһенә – Хәйбулла Ҡотлоәхмәт улы Фәйзуллинға кейәүгә сыға. Ике ғаилә бергә ҡушылып Үзбәкстан яҡтарында йәшәп, 1957 йылда тыуған яғы Шишмә (Бабич) ауылына ҡайтып, өй һалып сығалар. 7 бала янына бер-бер артлы тағы уртаҡ 4 бала, шулай итеп 11 бала булып китә.
Атайым һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләне. Шишмә, Яҡут, Ҡунаҡбай ауылдары мәктәптәрендә балалар уҡытты. Һуғыштан яраланып контузия алып ҡайтҡас, эшен дауам итә алманы. Ҡул ҡаушырып ултырманы, ҡышын һунарға йөрөнө: төлкө, ҡуян алып ҡайта ине, мурҙа үреп, яҙ булһа, балыҡҡа йөрөр ине. Йәйен күп итеп умарта тота ине, балдан ауыҙ итмәгән күрше-тирә булмағандыр. Ғаилә ҙур булғас, мал-тыуар, ҡош-ҡорт күп ине, хатта райондан килеп шелтәләп тә китәләр ине.
Әсәйем йәмле май айында тыуғанғамы, киң күңелле, тырыш, ярҙамсыл, ихлас, туған йәнле, уңған, көләс йөҙлө, йыр-бейеү оҫтаһы, һаман да таҡмаҡтар әйтеп, ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡлаша:
Әсәй, һиңә Хоҙай Тәғәлә үҙеңә тыныслыҡ, тәнеңә сихәт, именлек бирһен. Бар балаларың исеменән рәхмәт һиңә, әсәй!
Рәүилә ТАЖЕТДИНОВА
Ермолаево ауылы
Фотолар ғаилә архивынан