Все новости
Юбилейҙар
19 Июня 2018, 11:48

БАХМУТТАР НЫҠ ӘҘЕРЛӘНГӘН

17 июндә Бахмут ауылына 150 йыл һәм Советтар Союзы Геройы Анатолий Иванович Хохловтың тыуыуына 100 йыл тулыу юбилейҙары уңайынан байрам үтте.

17 июндә Бахмут ауылына 150 йыл һәм Советтар Союзы Геройы Анатолий Иванович Хохловтың тыуыуына 100 йыл тулыу юбилейҙары уңайынан байрам үтте.

Сараға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район Советы рәйесе Леонид Богатырев, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова, район ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев, район Советы депутаты Александр Насиров, район ветерандары советы рәйесе Алексей Тарасов, геройҙың ҡыҙҙары һәм башҡалар килде.

Бахмут ауылы халҡы байрамға ныҡ әҙерләнде. Йорттар һәм уларҙың тирә-яҡтары күҙҙең яуын алырҙай балҡып тора ине. Ауылдың һәр бер урамы халҡы байрам өҫтәле, төрлө ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләгән. Уларҙың барыһы ла төрлө номинацияла билдәләнде. Район мәҙәниәт һарайы әртистәре менән берлектә ойошторолған концерт программаһы һәр бер кешенең күңеленә үтеп инде. Балалар һабантуйы ла гөрләп торҙо был көндө. Бүләкләнеүселәргә лә бай булды сара. Иң өлгөлө ғаиләләр, иң өлөгөлө йорт, 50 йыл һәм унан да оҙағыраҡ бергә татыу ғүмер иткән ғаиләләр, ауылдың иң әүҙем граждандары бүләктәр алып ҡыуанды. Кис көнө йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо һәм байрам салюты атылды. Шулай итеп бик күңелле һәм матур итеп билдәләне Бахмут ауылы халҡы бер юлы ике байрамды.

Константин ЛОГИНОВ,

Бахмут мәҙәниәт йорто директоры


Нурия Нуриман ҡыҙы ШӘРИПОВА, Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Бахмут ауылы халҡына бигерәк рәхмәтлемен. Улар байрам үткәреү өсөн бик ныҡ тырышты, йорттарын һәм йорт алдарын тәртипкә килтерҙеләр. Байрамға әҙерләнгән саҡта район хакимиәтенең мәҙәниәт, мәғариф һәм башҡа бүлектәрҙә эшләүселәрҙең һәр береһе: «Нимә менән ярҙам итәйек?» - тип кенә торҙолар. Уларҙың барыһына ла, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, ирекмәндәргә, сувенирҙар эшләүсе «Цифровик» компанияһына һәм башҡа ойоштороусыларға, ҡунаҡтарға рәхмәт әйтке килә. Шулай уҡ спонсор ярҙамы күрһәткән Виктор Варнавскийға, Сергей Савенковҡа оло рәхмәт белдерәм. Ауыл халҡы, һәр бер урамдың инициатив төркөмө тырышмаһа, ошондай матур байрам үткәреп булмаҫ ине. Геройҙың һәйкәле янындағы тротуарға плиталар түшәү, «Реаль эштәр» программаһы буйынса мәҙәниәт йортоноң алғы яғына ремонт эштәренең байрамға тиклем эшләп өлгөртөлөүе лә ҡыуаныслы.
Читайте нас: