Все новости
Юбилейҙар
4 Сентября 2018, 12:11

КҮМЕРТАУ ДАУАХАНАҺЫНА - 65 ЙЫЛ

Үткән аҙнала Күмертау ҡала дауаханаһы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Үткән аҙнала Күмертау ҡала дауаханаһы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне.


Был сарала, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Борис Беляев менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары, яҡташыбыҙ Юрий Мельников, РФ һаулыҡ һаҡлау профсоюздары ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Павел Зырянов ҡатнашты.

Күмертауҙың төп майҙанында был көндә «Һаулыҡ ҡалаһы» тип аталған сара ла үтте. Күмертауҙар һаулыҡ һаҡлау белгестәренән консультациялар алды, стоматолог, флюорографтарға күренде һәм анализдар тапшырҙы.

Байрам артабан Күмерселәр мәҙәниәт һарайында дауам итте. Унда 2020 йылда Күмертау дауаханаһыны ангиограф биреләсәге билдәле булды. Был аппарат ярҙамында табиптарыбыҙ киләсәктә ауырыуҙарҙың баш мейеһенең ҡан тамырҙарын тикшереп, уларҙы тейешенсә дауалай алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Читайте нас: