Бар ғүмерен донъялағы иң изге эшкә – балалар уҡытыуға бағышлаған ул Яманғол ауылында йәшәүсе Алмабикә Әхмәтова. Ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән ағинәй эшендә абруйлы педагог булһа, тормошта уңған ҡатын һәм ѳлгѳлѳ әсә лә.
Стәрлетамаҡта уҡытыусы һөнәренә юғары белем алып ҡайтҡан йәш ҡыҙ Алмабикә үҙ ауылында дәртләнеп эш башлай. 42 йыл үҙ эшенә тоғро булып эшләй ул.
- Ғүмер тигәнең тиҙ үтә икән. Хәҙер минең беренсе сығарылыш уҡыусыларыма ла 60-ар йәш тулыр саҡ етә. Элек бит кластар тулы булды. Йыл да 1-се класҡа 12-13 бала йыйыла торғайны. Хәҙер барлыҡ башланғыс класты алһаң да улай һан сыҡмай. Ғөмүмән, педагогтарҙы борсоған мәсьәләләр күп, шулар өҫтөндә эшләү, балалар күңеленә изгелек орлоҡтары һалыу - беҙҙең ғүмерлек бурыс. Мин әле лә мәғариф өлкәһендә барған яңылыҡтар менән танышып барам. Элекке заман менән сағыштырғанда хәҙер үҙгәрештәр ныҡ күп.
Минеңсә, хәҙер уҡытыусыларға эшләүе күпкә еңел. Әҙер дәреслектәр бар, башланғыс кластарҙа әҙер дәфтәрҙәргә тиклем бар. Элек бит дәфтәрҙәр, китаптар булманы. Шулай булһа ла, ата-әсәләр менән һәр саҡ дуҫ йәшәнек, бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Мәктәптән ҡайтҡас та эш бөтмәне. Ғүмер буйы сөгөлдөр утаныҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Аҡһары тиклем Аҡһарыға алып барып утата торғайнылар. Ауылда башҡа йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша инек. 35 йыл ауылыбыҙҙа депутат булдым. Колхоз баҫыуына, мал фермаларына барып концерттар ҡуя торғайныҡ. Ун йыл рәттән район һабантуйында ҡатнаштым. Тирмәләр ҡороп, өҫтәлдәр әҙерләп призлы урындар алдыҡ.
Үткән йылдар менән сағыштырғанда, айырма күп инде. Ул заманда халыҡ һаны ла күп булды. Ауыл гөрләп торҙо, яманғолдар бер-береһе менән ныҡ дуҫ йәшәне. Бер кеше өй һала башлаһа, бар ауыл халҡы тиерлек ярҙамға йүгерә торғайны. Хәҙер аҡса түләп эшләтәйем тиһәң дә, кеше табып булмай. Ғөмүмән, Яманғолға йәштәр етмәй. Ҡайһы берәүҙәр Себерҙә эшләйҙәр, бына оло юл да һалалар, яланда һаҡсы ла булып эшләйҙәр, ә ауылда эш юҡ, - ти Алмабикә Ғилмитдин ҡыҙы.
Үҙ эшенә ғашиҡ уҡытыусы төрлө семинарҙарҙа ҡатнашып, республикабыҙҙың башҡа ауыл-ҡалаларында ла йыш ҡына асыҡ дәрестәр күрһәткән. Юҡҡа ғына уға, РФ халыҡ мәғарифы отличнигы, исеме бирелмәгәндер. Эшенең баһаһын күрһәткән Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла бихисап хеҙмәт ветеранының.
Йәш ҡыҙ, юғары белем алып, үҙ ауылы егете Рәҡит Әхмәтовҡа кейәүгә сыға. Татыу ғаилә биш балаға ғүмер бүләк итә. Балалары ла ситтән кәләш алып, ситкә кейәүгә сыҡмағандар. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, ата-әсәһенән өлгө алып үҙҙәренең мөхәббәттәрен яҡын тирәнән тапҡандар. 48 йыл бергә матур донъя көткән Әхмәтовтар балалары менән ғорурланып, ейән-ейәнсәрҙәре шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәйҙәр.
- Әле генә хеҙмәт юлын башлаған йәш уҡытыусылар шуны белһен, ауырлыҡтарға осраһалар ҙа бирешмәһен, тағы ла сәмләнеберәк эшләһен ине. Шулай уҡ балаларҙы яратһындар, һөнәрҙәренә яуаплы ҡараһындар, тигән теләктәмен. Шуның өсөн үҙенең һөнәрен бар йөрәктән яратҡан кеше генә ысын уҡытыусы була ала, тип уйлайым.
Тормош юлын киренән башларға ҡушһалар бер ҙә үҙгәртмәй, ошо уҡ яҙмышымды һайлар инем. Уҡытыусы һөнәрен башҡа бер һөнәргә лә алыштырмаҫ инем. Сөнки яратҡан эшеңде табыу, уҡыусыларҙың һиңә ҡыҙыҡһынып, текләп ултырған күҙҙәренә ҡарап дәрес аңлатыу, улар менән аралашыу, арҡаларынан һөйөп алыу – минең өсөн үҙе бер бәхет ул”, – ти хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Алмабикә апай әле лә тик ултырырға яратмай. Өй тулы матур гөлдәр үҫтерә. “Ҡул эштәренә бик маһир. Уның бәйләгән әйберҙәрен күреп хайран ҡалырһың”, - ти уның хаҡында ауылдаштары ла.