Все новости
Юбилейҙар
25 Сентября 2018, 13:12

ХАЛАТТА ЕР ШАРЫН ЙҮГЕРЕП ҮТКӘН ТАБИП

Был табиптың исем-шәрифе - Юнир Әхмәт улы Мөлөков. Ул 1938 йылдың сентябрендә Яңы Аллабирҙе ауылында ишле ярлы крәҫтиән ғаиләһендә ун бала араһында туғыҙынсы бала булып донъяға килгән.

Был табиптың исем-шәрифе - Юнир Әхмәт улы Мөлөков. Ул 1938 йылдың сентябрендә Яңы Аллабирҙе ауылында ишле ярлы крәҫтиән ғаиләһендә ун бала араһында туғыҙынсы бала булып донъяға килгән.


Юнир Әхмәт улы Мөлөков башланғыс белемде Яңы Аллабирҙе башланғыс мәктәбендә башлай. 1948 йылда атаһы Әхмәт Сәлих улы ғаиләһе менән Иҫке Морапталға күсеп килә. Юнир унынсы класты Мораптал урта мәктәбендә тамамлай. Мәктәптән һуң өс йыл рәттән колхозда төрлө эштәрҙә: бригадир ярҙамсыһы, ферма мөдире, комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. 1961 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтының әҙерлек курсына уҡырға инә. 1967 йылда юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Хәйбулла районының үҙәк дауаханаһына эшкә юллана. Унда терапевт, тире ауырыуҙары буйынса, инфекционист булып эшләй. Бер нисә йыл эсендә уны бик яҡшы белгес булараҡ һәм эшкә бик яуаплы ҡарағаны өсөн баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ләкин тыуған яҡ һәм яҡташтарына медицина хеҙмәте күрһәтеү хыялы үҙенекен итә. Аҡъярға эшкә килгәс, йәш уҡытыусы Мәрфуға Һибәт ҡыҙын осрата. Ул үҙебеҙҙең яҡташ, Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы ҡыҙы булып сыға. Ул да, Мораптал урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт пединститутының физика-математика факультетын тамамлап, был яҡтарға эшкә килгән була. 1968 йылда ғаилә ҡоралар. Тәүге улдары Илдар Аҡъяр ауылында донъяға килә. 1971 йылда улар Морапталға күсеп ҡайта. Юнир Әхмәт улы Мораптал дауаханаһында табип-терапевт, баш табип булып эшләне. Үҙенә һәм ауырыуҙарға ҡарата бик талапсан, яуаплы ҡараны. Эшкә ул иртә килә, һуң ғына ҡайтып китә ине. Һәр ваҡыт йәйәүләп, йүгереп эшкә килер ине. Берәй кеше ашығыс саҡырһа, машинаһы булмаһа ла: «Хәҙер үҙем», - тип сығып китә торғайны. Ул ваҡытта халыҡты дөйөм диспансерлау бара ине, шуның өсөн һәр кешене ентекләп ҡарамайынса, анализдарын күрмәйенсә ул ҡултамғаһын ҡуйманы. Эштәге ҙур уңыштары өсөн Ю. Мөлөков Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Мәрфуға Һибәт ҡыҙы ла - РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.

Морапталда икенсе улдары Илһам тыуҙы. Ҙур улдары Илдар әсәһе һөнәрен һайланы, Мораптал урта мәктәбендә бик абруйлы физика уҡытыусыһы булып эшләй. Кесе улдары Илһам иҡтисадсы юлын һайланы. Юнир Әхмәт улы менән Мәрфуға Һибәт ҡыҙының ейәнсәре менән ейәне олатаһы юлдарынан китте. Ейәнсәре Инзира табипҡа уҡып, Өфөлә эшләй. Ейәне Айрат Башҡорт дәүләт медицина университетының IV курсында уҡып йөрөй. Өсөнсө ейәне Айҙар, иҡтисадсы һөнәрен һайлап, Өфөлә эшләй. Иң бәләкәй ейәнсәре үҙҙәре янында, мәктәптә, уҡып йөрөй. Юнир Әхмәт улы 48 йыл буйы кешеләргә хеҙмәт итте, шуның 44 йылын Мораптал дауаханаһында. Ошо көндәрҙә уның оло юбилейы: аҡһаҡалыбыҙ 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Коллегалары һәм халҡыбыҙ исеменән уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Читайте нас: