Все новости
Юбилейҙар
28 Сентября 2018, 13:03

БАРЛЫ, ПАРЛЫ РӘЖӘПОВТАР

Мораптал ауылында алтын, парлы-нурлы ғүмер итеүсе Рәмил һәм Фатима Рәжәповтар сығыштары менән районыбыҙҙың Абдул ауылынан.

Мораптал ауылында алтын, парлы-нурлы ғүмер итеүсе Рәмил һәм Фатима Рәжәповтар сығыштары менән районыбыҙҙың Абдул ауылынан.


Унынсы кластан һуң Рәмил Фазылйән улы Ырымбурҙа Тимер юлсылар училищеһын тамамлай. Ир-егеттең бурысы - Ватанға хеҙмәт итеү. Хеҙмәт бурысын өс йыл да ете ай буйы Ҡаҙағстандың Чу ҡалаһында үтәй. Әрменән һуң артабан уҡырға тигән теләге һүрелмәй. Уҡытыусылар ғаиләһенән бит, атаһы Фазылйән ағай - директор, әсәһе - уҡытыусы. Юғары белем алыу теләге уны Бөрө педагогия институтына алып килә. Институтты тамамлауға элекке колхоз рәйесе, депутат Әфтәх Ғата улы Ишмаев, мәктәп директоры, депутат Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртлановтарҙың саҡырыуы буйынса Мораптал мәктәбенә эшкә килә. Ул йылдарҙы ветеран шулай иҫкә ала: «Әтейгә, нишләргә, тигән һорау менән хат яҙҙым. Улым, Сыртланов директор булған мәктәпкә, етмәһә, Ишмаев үҙе саҡырғас, шунда ҡайт», - тине. Атай кәңәшен тотоп, 1969 йылда Мораптал урта мәктәбендә химия, биология предметтары буйынса эш башлай. Унда дүрт йыл ғына эшләп ҡала. Киров исемендәге колхозға партия ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Ауыл хужалығында эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала ветеран. Ит-һөт, ашлыҡ етештереүҙә һәм башҡа эштәрҙә Киров исемендәге хужалыҡ гел алда бара. Оҫта гармунсы булараҡ, мәҙәниәт йортоноң гармунсылар ансамблендә иң беренселәрҙән һаналды. Мәҙәниәт йортоноң уңышлы эшендә партия ойошмаһы етәкселегенең дә өлөшө ҙур ине. 14 йыл эшләгәс, уны Мораптал урта мәктәбенә директор вазифаһына саҡыралар. Мәктәптә 13 йыл директор, унан һуң уҡытыусы, барлығы 48 йыл эш стажы менән хаҡлы ялға китә.

Ә ғаилә тормошо былай башлана. Күршелә генә йәшәгән Ҡотләхмәт бабайҙың ҡыҙы әллә ҡайһы арала буй еткереп, үҫеп еткән. Сибәр, аҡыллы, итәғәтле, Салауат педагогия училищеһын тамамлап ҡына тора. Ә Фатима апай ағаларының дуҫы булған Рәмилде, Рәмил ағай, тип йөрөгән сағы. Нишләтәһең, мөхәббәт мөхәббәт инде. Шулай итеп, 1969 йылда ике йәш йөрәктең килешеүе менән шаулап-гөрләп туйҙар үткәреп, яңы ғаилә тормошо башланып китә. Мораптал урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, 44 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға Фатима Ҡотләхмәт ҡыҙы. Бик күп Почет грамоталары, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы исемен хаҡлы йөрөтә. Уҡытҡан уҡыусылары араһында врачтар, уҡытыусылар, фән кандидаттары, хеҙмәт алдынғылары булған ауыл хужалығы эшсәндәре менән ғорурлана уҡытыусы-ветеран.

Ике балаға ғүмер биреп, уҡытып, үҙ аллы тормош юлына сығарҙылар. Оло улдары Рәфис ғаиләһе менән баш ҡалабыҙ Өфөлә, инженер-механик, уның улы Артур - федераль һалым идаралығында дәүләт инспекторы булып эшләй, ҡыҙы Ильвина финанс буйынса белгес буласаҡ, килендәре Лилиә - уҡытыусы. Ҡыҙҙары Әлфиә ғаиләһе менән Сургут ҡалаһында йәшәй. Ул - индустрия техникумында директор урынбаҫары, уның ҡыҙы Динара университетты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Төпсөк ҡыҙы мәктәпте алтын миҙалға бөтөрҙө.

Бына ошо емештәр 50 йыл бергә ғүмер итеүсе парҙар өсөн шатлыҡ түгелме ни? 50 йыл иңгә-иң терәп, бәхетле ғүмер кисереп, матур итеп донъя көтөп, балаларына яҡшы тәрбиә биреп, олоғайған көндәрендә бер-береһенә таяныс булып йәшәй Рәжәповтар. Ғүмер даръяларын бергә кисеп, балаларының шатлығына сорналып, ҡыуанып йәшәйҙәр. 1961 йылда «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы - Рәмил Фазылйән улының хеҙмәт йылдарындағы оло наградаһы. Уның юғары вазифаларҙа уңышлы эшләүендә тормошта уң ҡулы булған Фатима апайҙың да өлөшө ифрат ҙур. Тыл ныҡ түгел икән, ундай яуаплы эштәрҙә эшләп булмай.

Яңыраҡ Рәжәповтарҙы алтын юбилейҙары менән Мораптал ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Карамат ҡыҙы Нафиҡова, Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбе директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова, ағинәйҙәр исеменән Нәсимә Илшат ҡыҙы Шәмсетдинова ҡотланы. Уларға Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативынан бал һәм иң ҙур бүләк - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың Ҡотлау хаты менән иҫтәлекле бүләге тапшырылды.

Яңы Морапталда бына шундай барлы, парлы, нурлы Рәжәповтар йәшәй, улар - йәштәребеҙ өсөн ысын-ысындан өлгөлө ғаилә.
Читайте нас: