Все новости
Юбилейҙар
16 Ноября 2018, 13:46

ҺАҠАЛҒА САЛ ҠУНҺА ЛА...

Ошо көндәрҙә, “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле хеҙмәткәрҙәре, һәр саҡ әүҙем булған коллегалары Тәлғәт Бурановты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар.

Ошо көндәрҙә, “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле хеҙмәткәрҙәре, һәр саҡ әүҙем булған коллегалары Тәлғәт Бурановты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар. Улар Тәлғәт Зәки улын: “Районыбыҙҙа берҙән-бер оҙон көй йырлаусы, һин! - тип ҙурланылар. - Тағы ла донъянан йәм табып, оҙон-оҙаҡ беҙҙең менән бергә йәшә һәм эшлә», - тип изге теләктәрен дә еткерҙеләр. Юбилярға арнап ошо төркөмгә йөрөүсе Луиза Собханғолова шиғыр ҙа яҙған:

“Һаҡалтай” ҡушаматың бар,

“Йырсы Тәлғәт” тигән атың,

“Умартасы” тигән даның бар,

Ғаилә ҡороп, донъя көткән

Ике бөртөк улың бар,

Берҙән-берең, йөрәк майың,

Ғәзиз һылыу ҡыҙың бар.

Йөрәк тибә ярһыу аттай,

Етмеш биштә булһа ла.

Күңел һаман ҡыҙҙар көҫәй,

Һаҡалға сал ҡунһа ла.

Атайым Тәлғәт Зәки улын ҙурлап, хөрмәтләп матур сара ойошторғандары өсөн “Йәнтөйәк” фольклор ансамбленә, айырыуса Мәрйәм Юлдыбаеваға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.
Читайте нас: