Все новости
Юбилейҙар
20 Ноября 2018, 13:01

ШАҒИР ҘА, УҠЫТЫУСЫ ЛА УЛ

Яҡташ шағирәбеҙ, РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Миңлегөл Хисамова күптән түгел генә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Был уңайҙан гәзитебеҙҙең 5 октябрь һанында юбиляр менән «Ауылым юғалырға тейеш түгел» тип аталған әңгәмәбеҙ ҙә баҫылғайны. Үткән йомала Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортонда Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙын оло юбилейы менән ауылдаштары, яҡташтары ҡотланы.

Был көндө Миңлегөл Хисамованы ғүмер байрамы менән ҡотларға уның яҡташтары ғына түгел, ә Өфөнән дә мәртәбәле ҡунаҡтар, ҡәләмдәштәре — Таңсулпан Ғарипова, Лилиә Һаҡмар, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Нияз Мәһәҙиевтар килгәйне. Иң тәүгеләрҙән булып юбилярҙы район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов исеменән мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова ҡотланылар һәм яҡташ шағирәбеҙгә йылы мамыҡ шәл бүләк иттеләр. Таймаҫ ауылы советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев та үҙенең иң изге теләктәренә ҡушып, бүләген тапшырҙы. Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы ла шундай ихлас теләктәр, иҫтәлекле бүләктәр һәм оло иғтибарҙары менән ҡыуандырғандары өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улына һәм башҡа хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә, Таймаҫ ауылы советы хакимиәтенә, шатлығын уртаҡлашырға килгән ҡәләмдәштәренә, ауылдаштарына, дуҫтарына рәхмәттәрен әйтергә ашыҡты.

Матур концерт номерҙары менән аралашып барған кисәлә Миңлегөл Хисамованы ҡотлаусылар, йылы һүҙҙәрен әйтеүселәр бик күп булды. Лилиә Һаҡмар БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев һәм союздың бар ағзалары исеменән ҡотланы. Артабан Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Таңсулпан Ғарипова, Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Нияз Мәһәҙиевтар сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе Миңлегөл апайҙың изге күңелле, ябай, ысын уҡытыусы һәм тәрбиәсе, кешелекле булыуы тураһында һөйләне. Ғүмере буйы балаларға белем биреү өлкәһендә эшләгән, бөтә йөрәк йылыһын һуҡыр һәм насар күреүсе балаларға арнаған яҡташыбыҙ хаҡында бик күп маҡтау һүҙҙәре ишеттек.
Читайте нас: