Все новости
Юбилейҙар
4 Декабря 2018, 13:12

АҠҺАҠАЛ

Был исем - кешегә хөкүмәт ҡарары менән бирелә торған исем түгел. Шулай уҡ уны йәше етеп һаҡалы ағарған барлыҡ ир-ат затына ла таҡмайҙар. Эйе, уны халыҡ үҙе бирә. Тормош тәжрибәләре ҙур, хеҙмәт юлдары емешле, ғаиләләре тотороҡло, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тәртипле, фекерләү ҡеүәһе юғары, һүҙҙәре үтемле ил ағаларына. Улар күп түгел, әммә һәр ауылда уҡ булмаһа ла, һәр төбәктең үҙ аҡһаҡалы барҙыр.

Был исем - кешегә хөкүмәт ҡарары менән бирелә торған исем түгел. Шулай уҡ уны йәше етеп һаҡалы ағарған барлыҡ ир-ат затына ла таҡмайҙар. Эйе, уны халыҡ үҙе бирә. Тормош тәжрибәләре ҙур, хеҙмәт юлдары емешле, ғаиләләре тотороҡло, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тәртипле, фекерләү ҡеүәһе юғары, һүҙҙәре үтемле ил ағаларына. Улар күп түгел, әммә һәр ауылда уҡ булмаһа ла, һәр төбәктең үҙ аҡһаҡалы барҙыр.


Ундай хөрмәткә эйә булған кеше Көйөргәҙе районында йәшәй, ул - Раил Абдулла улы Әбдрәшитов тип һис шикләнмәй әйтә алабыҙ. Уның үткән тормош юлына күҙ һалһаҡ… Ошо райондың Яңы Мораптал ауылында ябай колхозсылар Абдулла менән Мөкәрәмәнең ишле ғаиләһендә 1938 йылда донъяға килгән малай, һуғыш йылдары юҡлыҡтарын үҙ елкәһендә татып, тырыш, эшсән сәмле булып үҫә. Урта мәктәптең өлкән синыфтарында уҡ комсомол ойошмаһы етәксеһе булып йәмәғәт эше күнекмәләре ала. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механизация факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тыуған колхозына баш инженер булып ҡайта.

Күп тә үтмәй егетте район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры итеп үрләтәләр. Оҙаҡламай районда ғына түгел, республикалағы иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе - «Таймаҫ» совхозына директор итеп ҡуялар.

1975 йылда йәш етәксенең тормошонда тағы ла бер ҙур боролош була: уны Көйөргәҙе (ул ваҡытта Күмертау ине әле) районы халыҡ депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. Хеҙмәт юлының оҙон-оҙаҡ 24 йыл буйы дауам иткән был өлөшө - уның тынғыһыҙ көндәре, йоҡоһоҙ төндәре, яныуҙары-көйөүҙәре, борсолоуҙары-шатлыҡтары ул. Үткән быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдарын ҡайһы бер «демократтар»ға эйәреп, «торғонлоҡ осоро» тип атау модаға инеп киткән. Ошо торғонлоҡ осоронда Көйөргәҙе районында ғына ла тиҫтәләрсә мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары, фельдшер-акушер пункттары, сауҙа усаҡтары, фермалар сафҡа индерелде. Ул объекттар барыһы ла район хужаһы Әбдрәшитов йөрәге аша үтте, тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Ә баҫыуҙарҙан йыйып алынған, хөкүмәткә тапшырылған уңыш. Был юлдарҙың авторына ул йылдарҙа яҙмабыҙ геройы ҡул аҫтында бүлек мөдире, урынбаҫар булып эшләргә тура килде. Әлеге ҡаҙаныштарҙы ул ишетеп кенә түгел, күреп тә белә. Миҫал өсөн: бер йылда ғына өс типовой мәктәп бинаһы сафҡа индерелде. 1983 йылда хөкүмәт бураларына 88 мең тонна иген оҙатылды. Билдәле, был эштәр бер кеше ҡулы менән генә эшләнмәгән. Әммә уларҙы иҫкә төшөргәндә, Раил Абдулла улының да ғорурланырға һис шикһеҙ хаҡы бар. Ғорурлана ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыҙлана ла. Әлеге көндә байтаҡ хужалыҡтар тарҡатылған, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар «оптимизация» атлы зәхмәткә дусар ителгән.

Раил Әбдрәшитовтың бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла «йөнлө ҡулы» булманы. Ул карьераһының бер баҫҡысын да һикереп үтмәне, ил тормошонда булып үткән иң киҫкен тетрәүҙәр осоронда ла юғары вазифаһын һаҡлап ҡала алды, ҙур хөкүмәт бүләктәренә лә лайыҡ булды: Почет билдәһе ордены, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы исемдәре… Хеҙмәт юлында яһаған карьераһы, ирешкән уңыштары - бары уның тырышлығы, эшсәнлеге, ныҡышмалылығы һөҙөмтәһе. Һәр эштә лә аҡыл, сама, тәртип кәрәк. Был - уның күңеленә йәш сағында уҡ һеңдергән девизы.

Яҙмабыҙ геройының шәхси тормошо ла бик күркәм. Тормош иптәше Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән улар бер-береһенә мәктәптә уҡығанда уҡ ғашиҡ булалар. Береһе институт, береһе техникум тамамлағас та өйләнәләр, бына инде илле һигеҙ йыл йәшлектәге романтик тойғоларына тоғро булып йәшәйҙәр. Ул менән ҡыҙ үҫтерҙеләр, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ишәйҙе. Фәүзиә апайҙың әсәһе Мәфтуха оҙаҡ йылдар кейәүе менән ҡыҙы ғаиләһендә йәшәне. Былтыр ғына 98 йәшен тултырып донъя ҡуйҙы. Быны өлгөлө ғаилә тимәй, тағы ла нисек атайһың.

Хәҙер инде Раил Абдулла улы 17 йыл хаҡлы ялда. Пенсия аҡсаһы ашап тик ята, тип уйлайһығыҙмы? Ундай кеше тирәһендә ҡайнаған тормошҡа битараф булып йәшәй алмай, билдәле. Һигеҙ тиҫтәһен тултырһа ла, ветерандың район, республика тормошонан айырылғаны юҡ. Көйөргәҙе районының әлеге башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов уны бик күп сараларға саҡыра, бергәләп кәңәш ҡорған саҡтары ла йыш була. Өйөнә лә килеп торалар, урамда осратып та, телефондан да мөрәжәғәт итәләр. Район үҙәге Ермолаево биҫтәһендә 150 йылдан артыҡ эшләп торған спирт заводы ябылды. Әлеге шул ҡәһәрле «оптимизация»! Был район бюджетына бик ныҡ ҡаза килтерҙе, өс йөҙ кешене эшһеҙ ҡалдырҙы.

Раил Абдулла улы был эшкә лә ҡыҫылмай ҡала алманы. Республиканың элекке етәксеһенә башта телдән, аҙаҡ рәсми хат менән мөрәжәғәт итте. Республиканан абруйлы комиссия килде, әммә улар ҙа мәсьәләне хәл итә алманы. Хәҙер инде ветеран республикабыҙҙың яңы етәксеһе спирт заводын яңынан астырырына өмөтләнә.

Аҡһаҡал бына шулай ил ҡайғыһы, халыҡ ҡайғыһы менән йәшәргә тейеш, тип өҫтәп ҡуяһы килә.

Һикһән йәше тулған көнөндә юбилярҙы ҡотларға уның күркәм өйөнөң түңәрәк табынында ун туғыҙ кешенән торған ҙур ғаиләһе йыйыласаҡ. Ул менән ҡыҙ, килен, биш ейән-ейәнсәр - улар барыһы ла ғаилә башлығының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерә торған түгелдәр, шуларға инде ейән-ейәнсәрҙәренең биш балаһы ла өҫтәлгән. Телеграммалар менән дә, телефондан да ҡотлауҙар бик күп буласаҡ. Беҙ ҙә ана шул ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ. Шәхси миҫалығыҙ, теүәл аҡылығыҙ, төплө фекерҙәрегеҙ, тура һүҙегеҙ артабан да яҡташтарыбыҙға, замандаштарыбыҙға хеҙмәт итһен, Аҡһаҡал. Оҙон ғүмер һеҙгә!
Читайте нас: