Все новости
Юбилейҙар
7 Декабря 2018, 12:32

УҠЫТЫУСЫ

Бынан теүәл ярты быуат элек, Мораптал урта мәктәбендә хеҙмәт юлымды башлағанда, миңә тәүләп ауыл ҡарттарының береһе Абдулла Вәхитов менән танышырға тура килгәйне. Аҡыллы ҡарашы, төплө һүҙе менән ул шунда уҡ минең иғтибарымды йәлеп итте. Танышлыҡ дауамында мин уның «ябай» ауыл ҡарты булмауына, ҙур хеҙмәт һәм һуғыш юлы үткән абруйлы ветеран булыуына төшөндөм. 1900 йылда донъяға килгән ауыл малайы үҙенең тырышлығы менән мәҙрәсә белеме алған, граждандар һуғышынан һуң, «ликбез»дар осоронда уҡытыусы булып киткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғыштан һуңғы йылдарҙа совет-партия эшендә көс түккән ағай ине ул.

Бынан теүәл ярты быуат элек, Мораптал урта мәктәбендә хеҙмәт юлымды башлағанда, миңә тәүләп ауыл ҡарттарының береһе Абдулла Вәхитов менән танышырға тура килгәйне. Аҡыллы ҡарашы, төплө һүҙе менән ул шунда уҡ минең иғтибарымды йәлеп итте. Танышлыҡ дауамында мин уның «ябай» ауыл ҡарты булмауына, ҙур хеҙмәт һәм һуғыш юлы үткән абруйлы ветеран булыуына төшөндөм. 1900 йылда донъяға килгән ауыл малайы үҙенең тырышлығы менән мәҙрәсә белеме алған, граждандар һуғышынан һуң, «ликбез»дар осоронда уҡытыусы булып киткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғыштан һуңғы йылдарҙа совет-партия эшендә көс түккән ағай ине ул.


Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың йөҙ йыллығына мәҡәлә әҙерләгәндә (мин был ваҡытта «Кызыл таңдың» үҙ хәбәрсеһе булып эшләй инем) Абдулла Вәхитов ағай менән тағы осрашырға тура килде. Уға нисек мөрәжәғәт итмәйһең инде: йырсыны ул бит күреп белгән, Юшатыр буйы һуҡмаҡтарын бала саҡтарында улар бит бергә тапаған. Һуңынан мин уның тураһында ла яҙҙым әле, очерегымды «Быуат йәштәше» тип атаным. Билдәле, ҡарт уҡытыусының балалары тураһында ла яҙмай булдыра алманым. Улар береһе лә аталары, уҡытыусы әсәләре йөҙөнә тап төшөрмәгән бит. Рәүеф менән Йәүҙәт - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Хәрби академиялар тамамлап, полковник дәрәжәһенә күтәрелгән офицерҙар, Ләлә - ветврач, Шәүкәт, Лилиә - уҡытыусы, Роза… Альберт - таусы, КПСС съезы делегаты, Алик - табип, Лениза - бөтә Күмертау халҡы ихтирам иткән стоматолог… Уларҙың бөтәһе тураһында ла һөйләй башлаһаң, гәзит биттәре етмәҫ ине.

Бөгөнгө һүҙебеҙ уҡытыусы Абдулла Вәхитовтың уҡытыусы ҡыҙы Лилиә Агишева тураһында.

Педагогия институтын тамамлаған Ришат менән ауыл хужалығы институтында агроном һөнәре үҙләштергән Лилиә йәш ғаилә булып 1962 йылда килеп төшә Яҡшымбәткә. Ир мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте предметын уҡыта башлай. Ҡатынға колхозда вакансия юҡ. Уның ҡарауы мәктәптә химия предметы уҡытылмай. Мәктәпте көмөш миҙалға, институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлаған агроном химияны белмәйме лә, биология фәнендә балыҡ кеүек йөҙмәйме. Ҡыҫҡаһы, башы ҡатҡан мәктәп директоры өсөн ҙур табыш була Лилиә Абдулла ҡыҙы Агишева. Бына шулай башлана уның ярты быуатҡа һуҙылған педагогик хеҙмәт юлы.

Ғүмерҙәренең һигеҙ йылы Яҡшымбәттә үтә йәш педагогтарҙың. Улар мәктәп коллективының да, ауыл халҡының да ихтирамын яулай. Ошонда ҡыҙҙары Гүзәл менән Алиса тыуа. Тик күңелдәре һәр ваҡыт тыуған ауылдарына тартып тора. Ниһайәт, мөмкинлек тыуыу менән, 1973-тә Морапталға ҡайтып төпләнәләр. Ул заманды «торғонлоҡ йылдары» тип атап маташһалар ҙа, минең бының менән бер ҡасан да килешкәнем булманы. Мораптал ауылының, ете йөҙләп бала белем алған Мораптал урта мәктәбенең сәскә атҡан сағы, тип атар инем мин был осорҙо. Атаҡлы колхоз рәйесе Әфтәх Ишмаев һәм атҡаҙанған уҡытыусы, мәктәп директоры Рафиҡ Сыртлановтар осоро. Лилиә Абдулла ҡыҙы менән Ришат Сәмиғулла улы баштары менән эшкә сума. Ярай әле матур ҙа, тырыш та булып үҫеп килгән ҡыҙҙары ҡул араһына инә башлай.

Минең байтаҡ таныштарым, дуҫтарымдың исем-фамилиялары мәғәнәһендә соҡоноу ғәҙәтем бар. Агишевтар - ағиш-аҡ менән иш. Яңрай бит! Беҙ ул ваҡытта бергә эшләнек, ғаиләләр менән дуҫ булып аралашып йәшәнек. Әле лә бер-беребеҙҙе ташлаған юҡ. Икеһенең дә, үҫеп еткән ҡыҙҙарының да, ысынлап та, күңел дәрте һәр ваҡыт аҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы был донъянан иртәрәк китте. Ә инде яҙмабыҙ героиняһына килһәк…

Лилиә Абдулла ҡыҙы мәктәптә етмеш бер йәшен тултырғансы эшләне әле. Химия - бик еңел һәм ҡыҙыҡлы фәндәрҙән түгел. Ул уны балалар өсөн ҡыҙыҡлы итә алды. Уҡытып сығарған меңләгән балалары араһынан бик күптәре ошо профессияны, йә, булмаһа, химия менән бәйле һөнәрҙәрҙе һайланы. Был педагогтың профессионализмы түгелме ни!

Тик профессиональ оҫталыҡ бының менән генә тамамланмай бит әле. Уҡытыусы эшендә уның кешелек сифаттары ла бик ҙур роль уйнай. Асыҡлыҡ, тәбиғилек, ярҙамсыллыҡ, балаларҙы яҡшыға, яманға бүлеп ҡарамау, бөтәһенең дә тормошта үҙ урынын табырына ышаныу… Былар бөтәһе лә Лилиә Абдулла ҡыҙына хас сифаттар. Уның асыҡлығы хатта йомшаҡлыҡ дәрәжәһендә, тип әйтер инем мин. Тик был һыҙаты һис кенә лә дәрестәрендәге талапсанлығын һыҙып ташлай алмай. Уны уҡыусылары тыңланылар, предметын үҙләштерҙеләр, үҙен хөрмәт иттеләр. Осрашыуҙарға Яҡшымбәт, Морапталдың әбейҙәр, бабайҙар булып бөткән элекке уҡыусылары йыйыла. Лилиә Абдулла ҡыҙын хөрмәтләп өҫтәл башына ултырталар, тәүге һүҙҙе уға бирәләр.

Рустарҙа «Бывших учителей не бывает» тигән әйтем бар. Был һүҙҙәр тулыһы менән Лилиә Абдулла ҡыҙына ҡағыла, тиһәк тә, яңғылышмаҫбыҙ. Әле һаман уҡыта ул. Берҙәм дәүләт имтиханы итеп химияны һайлаған уҡыусылар, медицина университетына, педагогия университетының химия, биология факультеттарына, нефть университетына инергә теләүселәр, өҫтәмә әҙерләнеү өсөн Лилиә апаларына киләләр. Әҙерләй, тырыш егеттәр, ҡыҙҙарҙың имтиханды уңышлы тапшырыуҙарын тәьмин итә.

Лилиә Абдулла ҡыҙы мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән коллегалары Фатима Рәжәпова, Рауза Абдуллина, Фирҙәүес Ғисмәтуллина, Мәрфуға Мөлөкова, Рәсимә Әкбәровалар менән дә теләп аралаша. Морапталға сираттағы барыуыбыҙҙа беҙгә бик күркәм бер сараның шаһиты булырға тура килде. Пенсионер уҡытыусылар ауыл музейына йыйылғандар ҙа уҡытыусы-шағирә Рәмилә Ҡужаҡованың шиғырҙарын тыңлайҙар, фекерҙәре менән уртаҡлашалар.

Ҡыҙҙары Гүзәл менән Алиса, ата-әсә юлын дауам итеп, уҡытыусылыҡ һөнәрен һайланы. Гүзәл, ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлаған ине. Һуңынан Бөрө педагогия институтының химия, биология факультетын тамамлап мәктәпкә эшкә күсте. Тормош иптәшенең тыуған яғы Илеш районында ул маҡтаулы уҡытыусыларҙың береһе. Алиса, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтында химия, биология уҡытыусыһы (тағы ла химбиолог!) һөнәрен үҙләштерҙе. Тормош иптәше менән Таймаҫта йәшәйҙәр, ауыл гимназияһының маҡтаулы уҡытыусыһы. Ата-әсә йортонда бергә йыйылғанда улар ҙур ғаилә булып китә: ике ҡыҙ, ике кейәү, дүрт ейән, өс ейәнсәр… Уҡытыусы атай, олатай Ришат Сәмиғулла улын һағынып иҫкә төшөрәләр, ә әсәй, өләсәй Лилиә Абдулла ҡыҙы улар өсөн һәр ваҡытта, һәр эштә өлгө булып ҡала.

Ошо көндәрҙә улар әсәй, өләсәйен һикһән йәшлек юбилейы менән ҡотларға йыйыласаҡ. Ҡотлауға уҡытыусының Рәсәйҙең, сит илдәрҙең бик күп төбәктәренә таралған уҡыусылары ла, ауылдаштары ла, яҡташтары ла, замандаштары ла ҡушылыр тигән өмөт бар. Беҙ ҙә, ошо ҡотлауҙарға ҡушылып, Лилиә Абдулла ҡыҙы Агишеваға - УҠЫТЫУСЫҒА - һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләйек.
Читайте нас: